Төпһөҙ соҡор

Төпһөҙ соҡор 16.10.2015

Өфөнөң Дауыт Юлтый урамында йәшәүселәр даими коммуналь уңайлыҡтар өсөн түләп тороуына ҡарамаҫтан, уның һөҙөмтәһен күрмәй. Торбаларҙан һыу аға, йылы юҡ, хатта, сүп тә сығарылмай. Ә идарасы компания лицензияһы булмауға ҡарамаҫтан, фатир хужаларынан аҡса йыйыуын дауам итә.

Һауа температураһының бер нисә градусҡа булһа ла юғары күтәрелеүен Эльвира Фәхретдинова ҙур байрам кеүек көтөп ала. Сөнки ҡатын йәшәүсе булмәгә йылы килмәй. Шуға ла ул тәҙрә төбөн төрлө сепрәк менән тултырырға мәжбүр. Ә инде электр йылытҡысын Эльвира бер минутҡа ла һүндермәй.
Эльвира Фәхретдинова, Дауыт Юлтый урамы, 5-се йортта йәшәүсе: «Башта йылы бирҙеләр ҙә, күп тә үтмәй һүндерҙеләр. Инде аҙна самаһы торбалар һыуыҡ. Ә бит йылытыу өсөн түләп торабыҙ, был хәл башҡа һыймай!»
Әле 100-ҙән ашыу ғаилә йәшәүсе йорттоң яртыһында тиерлек бүлмәләр йылытылмай. Фатир хужалары әйтеүенсә, коммуналь түләүҙәр ай һайын индерелә. Шуға ҡарамаҫтан, бер кем дә  мәсьәләне хәл итергә теләмәй, ти улар.
Дауыт Юлтый урамындағы был йортто «Торлаҡ форпосты» идарасы компанияһы хеҙмәтләндерә. Тик асыҡланыуынса, май айынан ойошманың лицензияһы юҡ. Шуға ла компания бурысын үтәүҙе кәрәкле тапмай, күрәһең.
«Форпост» идарасы компанияһының йортта йәшәүселәргә мөғәләмәһе айырыуса ошо миҫалда асыҡ сағыла. Ойошма иҫкергән электр щитын яңыһына алмаштырған да, тик уның бында ҙурлығы буйынса тап килмәүе бер кем де лә борсомай, күрәһең. Һөҙөмтәлә электр сымдары асыҡ килеш ҡалған, һәм хәҙер етешһеҙлекте фатир хужаларына бөтөрөргә тура киләсәктер.
Ә бына аҡса йыйыу туҡтатылмаған. Һуңғы айҙарҙа коммуналь түләүҙәр ике тапҡырға артҡан. Мәҫәлән, Алһыу 20 квадрат метр бүлмәһе өсөн айына 6 мең һум түләй.  
Ситтән ярҙамға өмөт өҙөлгәс кешеләр эшкә үҙҙәре  тотонорға мәжбүр булған. Кемдер торбаларҙы өрҙөрөп бүлмәһенә йылы индергән, ә кемдер ғүмер буйы аҡҡан, тик бер ҡасан да алмаштырылмаған торбаны йүнәткән.
Ләкин барыбер ҙә йорт бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалманы тип аңлата Орджоникидзе районының торлаҡ хужалығы идаралығы. Әле уны 52-се Торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәтләндерә.
Артур Ғиләжев, 52-cе торлаҡ файҙаланыу участкаһы етәксеһе:  «Йортҡа конкурс аша идарасы ойошма тәғәйенләнгәнсе уны беҙ хеҙмәтләндерәбеҙ. Әле йылытыу системаһы менән ҡыйынлыҡтар бар, яҡын арала хәл итербеҙ. Шулай уҡ сүпте ла сығара башлаясаҡтар».
Ләкин идарасы компания тәғәйенләнгәс тә хәл тиҙ генә үҙгәрерме? Әгәр лицензияһы булмаусы ойошмалар ҙа эшләй ала икән, тимәк, тармаҡта тәртип бөтөнләй юҡ тип иҫәпләй йортта йәшәүселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика