Төп иғтибар - пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген һәм сәфәр уңайлығын тәьмин итеү

Төп иғтибар - пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген һәм сәфәр уңайлығын тәьмин итеү 27.08.2014

Автотранспорт предприятиеларына республика етәкселеге ҡуйған бурысты  бойомға ашырыу маҡсатында техника паркы яңыртыла. Яңы автобус асҡыстары Сибай, Учалы ҡалалары  предприятиеларына тапшырылды. Баймаҡта ул ҙур тантанаға әйләнде. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. Ауыл ерендә автобус алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡына ҡалмай, ә осраштыра, хатта ҡауыштыра ла бит.

Таһир Үтәғолов - тәжрибәле водителдәрҙең береһе. Руль артында - утыҙ йылдан ашыу. Йыш ҡына алыҫ сәфәргә сыға. Яңы техника тулыһынса хәүефһеҙлек талаптарына тура килә, өҫтәүенә уңайлы ла, тип билдәләй автотранспорт предприятиеһы хеҙмәткәре.
Баймаҡ автотранспорт предприятиеһының техника паркы һуңғы тапҡыр 2007 йылда яңыртылғайны. Ул ваҡытта 12 мерседес алынды. Яңы автобустар иһә халыҡты хеҙмәтләндереүҙе яңы кимәлгә күтәрергә форсат бирәсәк, тип билдәләй урындағы етәкселек. Был ваҡиға халыҡ өсөн дә ҙур байрам. Әбделкәрим ауыл биләмәһендә йәшәүселәр, мәҫәлән, түҙемһеҙлек менән  Баймаҡ-Алғазы сәфәре асылыуын  көтә.
Тантанала барлығы 10 яңы автобустың асҡыстары тапшырылды. Водителдәрҙең һәр береһенә имен хеҙмәт һәм хәйерле юл теләктәре яңғыраны.
Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку