Тәмлетамаҡтар иғтибарына!

Тәмлетамаҡтар иғтибарына! 21.10.2015

Бөтә донъя буйлап сәйәхәт итеүсе күсмә шоколад музейы ниһайәт - Өфөлә. Башҡортостандың милли музейында асылған күргәҙмәлә 200-ҙән ашыу экспонат, төрлө сувенирҙар менән танышырға мөмкин. Тел йоторлоҡ экспозицияны асыу тантанаһында тәүге ҡунаҡтар өсөн күстәнәс тә әҙерләнгәйне. «Өфө» тип яҙылған ҙур  шоколадты емереп, һәр кемгә тараттылар. Тәмләп ҡарау бер, шулай ҙа иң бай тәьҫорат бындағы экспонаттарҙан булғандыр. Ике метрлыҡ Эйфель башняһы, таждар, ҡылыстар, аҙыҡ-түлек, мөһабәт картиналар - барыһы ла шоколадтан ғына эшләнгән.

Был эштәрҙең авторы Николай Попов ғәҙәттәгесә, ҡаршы алған төбәктә коллекцияһын урындағы милли үҙенсәлектәр менән байыта. Мифик персонаж «Аҡбуҙат», милли герой «Салауат Юлаев», данлыҡлы хоккей командаһы, башҡорт балы хәҙер бөтә донъя халҡын хайран ҡалдырасаҡ. Әйткәндәй, күргәҙмә 13 декабргә тиклем эшләй. Артабан шоколад музейы Һарытауға юллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку