Тәмле чемпионат 23.08.2014

Бөгөн Өфөлә суши ашау буйынса чемпионат үтте. Уның һөҙөмтәһе буйынса иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә көнсығыш аҙығын ашай алыусы билдәләнде. Сараны «Спутник ФМ» радиостанцияһы, «Жизнь» гәзите суши рестораны менән берлектә ойошторҙо.  

Өҫтәлдәге тәрилкәлә күптәрҙең яратҡан һыйы - көнсығыш аҙығы. Финалға үткән 18 ҡатнашыусының икеһе генә гүзәл зат вәкиле. Ир-егеттәр өсөн иң күңелле конкурс был. 560 грамм сушины кем тиҙерәк ашап бөтә? Ролланы соусҡа манырға мөмкин, тамаҡты сылатырға һыу ҙа бар. Ҡатнашыусыларҙы яҡындары ла дәртләндереп тора.Бер-ике минут үттеме, юҡмы - тәрилкәләр ялт итте. Чемпионат быйыл беренсегә ойошторола. Өс турҙан торған конкурста 72 кеше суши тәмләп, үҙен һынап ҡараны. Ҡайһы берәүҙәр тәүге ике турҙа уҡ туйып, өсөнсө өлөштө ашап бөтә алманы. Трофим Татарников, «Спутник ФМ» радиостанцияһы алып барыусыһы, чемпионатты ойоштороусы: «Башҡортостанда сушины яратып ашайҙар, Япон ресторандары күп, шуға беҙ быны файҙаланып, чемпионат үткәрергә булдыҡ. Ҡатнашыусыларға мин хатта көнләшеп ҡарайым. Был тәмле байрам».
Альбина һәм Роберт Фәйзуллиндар, суши ашау буйынса чемпионатта ҡатнашыусылар: «Беҙ чемпионатта икәүләп ҡатнаштыҡ, тик беренсе турҙа уҡ төшөп ҡалдыҡ. Тәрилкәлә 32 ролла, мөмкин тиклем күберәк ашарға кәрәк ине. Беҙгә бик оҡшаны, күңелле булды».
Конкурсҡа килеүселәр береһе лә буш ҡул менән ҡайтманы. Бағыусыларҙан уларға бүләктәр тапшырылды. Константин Галин менән Роберт Таһиров өсөнсө һәм икенсе урындарҙы бүлеште. Улар ике һәм өс мең һумлыҡ сертификат отто. Иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә суши ашаусы егет - Марат Лоҡманов, уға 5 мең һум күләмендә аҡсалата сертификат менән бүләктәр тапшырылды. Ул был аҡсаға дуҫтарын суши менән һыйларға вәғәҙә итте.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика