Төҙөлөшкә – юҡ!

Төҙөлөшкә – юҡ! 26.01.2016

Өфөнөң Менделеев һәм Бехтерев урамына ҡараған йорттарҙа  йәшәүселәр  ихаталарындағы балалар майҙансығында төҙөлөш техникаһын, кәртәләрҙе күреп хәүефкә ҡала.

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүҙәренең дә сәбәбе шул - мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү. Улар эргәлә ун ете ҡатлы йорт һалыныуы  балаларҙың  уйын майҙансығын  ҡыҫырыҡлай тип борсола.
Өфөнөң Киров районына ҡараған унлап йортта йәшәүселәр йыйылышы ғауғалы бәхәсте хәтерләтә. Бында килгән халыҡ белдереүенсә, балалар майҙансығы өҫтөндә төҙөлөш эштәре өсөн урын билдәләнгән. Уның ун ете ҡатлы торлаҡ йорт икәнлеге һуңғараҡ асыҡлана. Халыҡ бейек йорт тәҙрәләргә төшкән яҡтыны ҡаплаясаҡ һәм ун йортҡа берҙән-бер генә булған балалар майҙансығын юҡҡа сығыр, тип борсола.
Яңы төҙөлөш алдынан бәхәс булдырмауҙың  берҙән-бер юлы:  халыҡты алдан иҫкәртеү. Бында йәшәүселәр: «Үткән аҙнала төҙөүселәр килеп берҙән-бер майҙансыҡты кәртәләп алдылар» тип белдерә. Ә августа торбалар һуҙылған.
Беҙгә йылылыҡ селтәрҙәрен алыштырабыҙ,тип аңлаттылар. Быйыл беҙҙең  Бехтерева 10/ 2  йортта күпкә һыуығыраҡ. Улар йәнәһе, торбаларҙы алыштырған, ә ысынбарлыҡта  яңы  йорт өсөн йылылыҡ селтәре һуҙғандар.
Осрашыуға төҙөлөш компанияһы вәкиле лә килгәйне. Уның ҡулындағы  төҙөлөш тураһындағы мәғлүмәт биргән плакатҡа ҡарата   шунда уҡ ризаһыҙлыҡ белдерелде һәм  меңәрләгән кеше алдында яндырылды.
Рәфис Ғәликәев, төҙөлөш компанияһы  вәкиле: «2013-14 йылдарҙа был кварталдың сиктәрен билдәләү эштәре башҡарылды. Ул был йортто ғына түгел, тотош кварталды үҙ эсенә ала. Сик билдәләү проекты 2014  йылдың декабрендә  раҫланды. Беҙ  баҫып торған ерҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаясаҡ һәм  асыҡ балалар майҙансығы ҡалдырыласаҡ».
ӨФө ҡала хакимиәте күһәткән мәғлүмәттәрҙән беҙ төҙөлөш документтарының тәртиптә икәнлеген  асыҡланыҡ. Бында төп бәлә- йорт төҙөлөшө өсөн бүленгән майҙандың планын аңламау. Төҙөлөш компанияһы вәкиле белдереүенсә, балаларҙың уйын майҙансығы өҫтөндә  ун ете ҡатлы йорт күтәрелмәйәсәк. Ул йорт башҡа йорттар араһындағы махсус урында төҙөләсәк. Бындай тығыҙ күршелектең кемгә зыян итәсәге бөтөнләй икенсе мәсьәлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку