Түләнмәгән кредит өсөн һыйырҙы алып киткән «Бурыстарҙы йыйыу буйынса агентлыҡ» хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Түләнмәгән кредит өсөн һыйырҙы алып киткән  «Бурыстарҙы йыйыу буйынса агентлыҡ» хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған 03.09.2015

Улының банкка бурысы өсөн һыйырһыҙ ҡалған Әлмира Нурмөхәмәтова тураһында  яҙма күрһәткәйнек инде. Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов  ауылында йәшәүсе ҡатындың  кинйә улы кредитҡа телефон ала, әммә бурысын ҡайтармай. Бер йыл эсендә байтаҡҡа артҡан сумма өсөн  коллекторҙар уның һыйырын алып китә.  Был осраҡ киң йәмәғәтселектә  һорау тыуҙырҙы. Ниңә  бындай баш -баштаҡлыҡҡа юл ҡуйыла? Ваҡиғаға  асыҡлыҡ индереүгә  Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары ла ҡушылды. Һыйырҙы эйәһенә ҡайтарырҙармы?

Берҙән-бер һыйырһыҙ ҡалған Әлмира Нурмөхәмәтоваға  ҡунаҡҡа был юлы  Дәүләт йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары килде.  Ни тиһәң дә бер кемгә лә бурысы булмаған кешенең мөлкәтен тартып алыу- башҡа һыймаған хәл. Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында йәшәүсе ҡатындың һыйырын алып киткән ике кеше үҙен суд приставы  тип танытҡан,  тәүҙә төрлөсә ҡурҡытып  та маташҡандар. Шуныһы ла сәйер- был хәл тураһында бер кемгә лә әйтмәҫкә кәңәш иткәндәр.
Былтыр  кинйә улы  кредитҡа телефон алып, түләүҙән ҡасып йөрөгән. Бер йыл эсендә ун мең һумлыҡ кредит өс тапҡырға артҡан. Кем түләй?! Башҡа районға күсенһә лә,даими теркәлеү урыны буйынса ул әсәһенең йортонда йәшәй тип иҫәпләнә. Башта коллекторҙар был адресҡа белдереү ҡағыҙҙары ебәрә, шылтыра, артабан килеп малҡайҙы алып китәләр, ҡатын быҙауын  йәшерә, юҡһа уныһын  пеня өсөн тип тәғәйенләрҙәр ине ти ул.
Тегеләрҙең урамда утлап йөрөгән атҡа ла күҙҙәре төшә. Был кемдеке тип һорайҙар. Ат  күршеләрҙеке. Закон буйынса   һыйырҙы ла алып китергә хоҡуҡтары юҡ. Кредит  килешеүе буйынса Әлмира Нурмөхәмәтова  улына яуаплылыҡты өҫтөнә алыусы булып  документтарға  ҡул ҡуймаған,  уның   түләнмәгән бурысҡа  бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ.  Юғиһә,  ҡатын йылҡы малын  минеке тиһә, үҙен суд приставы тип танытҡан кешеләр  шул  атҡа атланып сабыр ине. Шулай ҙа, уларға сабырға  тура киләсәк әле. Был  осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рөстәм Йәркәев, Ҡырмыҫҡалы районы прокуроры: «Был  факт буйынса район прокуратураһына һәм полицияға  ике мөрәжәғәт бар. Уның буйынса  енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әле тәүтикшереү үткәрелә,  шаһиттарҙан һорау алына».
Суд ҡарары булмай тороп  коллекторҙар  баҫым яһап,  милеккә дәғүә белдерергә тейеш түгел.  Закон буйынса  бындай хоҡуҡҡа суд приставтары ғына эйә, ә коллекторҙар һөйләшеүҙәр алып бара ала. Ғөмүмән, илдә бурыстарҙы ҡайтарыусы хеҙмәттәр эшмәкәрлеге закон менән көйләнмәгән. Улар бирәсәге булғандарға ниндәй генә алымдар ҡулланмай! Һуңғы йылдарҙағы иҡтисади хәлде иҫәпкә алғанда Әлмира Нурмөхәмәтова кеүек хәлдә ҡалыусылар күп буласаҡ, тигән фекерҙә депутаттар. Әле коллекторҙарҙың эшмәкәрлегенән зыян күреүселәр һаны  иҫәпләнә.Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романын да хәтерләтте был хәл. Әҫәрҙәгесә, һыйырҙы эйәһенә  ҡайтарыу мөмкин түгел, ә бына агентлыҡҡа ябылыу ҡурҡынысы янай.  Ғөмүмән,  власть органдары коллекторҙарҙың эшмәкәрлеген бөтөнләй туҡтатыу тураһында ла уйлана.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку