Түләүһеҙ эш

Түләүһеҙ эш 02.12.2015

Беҙҙең редакцияға Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларында йәшәүсе бер төркөм эшселәр өс айҙан ашыу эш хаҡын ала алмауҙарына зарланып шылтыратты. Улар Салауат ҡалаһында дүрт объектта йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыуҙа ҡатнашҡан. Эш күптән теүәлләнгән, ә хеҙмәт хаҡы юҡ.

Кемдер иретеп-йәбештереүсе, икенселәре монтажлаусы, өсөнсөләре экскаваторҙа эшләүсе. Барыһы ла хеҙмәт хаҡын алмауға зарлана. Улар Салауат ҡалаһында быйыл йәй йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыуҙа ҡатнаша. Әммә эш күптән теүәлләнеүгә ҡарамаҫтан, улар һаманғаса хеҙмәт хаҡын ала алмай.
Ә яуаплы «Регион сервис» төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Моратовтан бөтөнләй хәбәр юҡ. Шылтыратыуҙарға ла яуап бирмәй. Ә башта ул көн дә тиерлек вәғәҙәләр менән йәшәтте, ти алданған халыҡ. Предприятие үҙе рәсми рәүештә Ишембай ҡалаһында теркәлгән. Күптәр эшкә тәҡдим буйынса урынлашҡан. Шуға ла фирма директоры килешеүҙе һайлап ҡына төҙөгән. Имеш, ҡағыҙ эшенә ваҡыты булмаған. Хеҙмәт хаҡын да объект файҙаланыуға тапшырғас ҡына түләргә вәғәҙәләгән. Әйткәндәй, объект йылылыҡ селтәрҙәре ойошмаһы заказы буйынса эшләнә. Ә тендерҙы экология-төҙөлөш компанияһы ота. Улар "Регионсервис" субподрядсы ойошмаһын яллай. Хеҙмәт хаҡына бәйле аңлашылмаусанлыҡ тап уларға барып тоташа ла инде.
Беҙҙең ижади төркөм «Регион сервис» офисын тапты, ләкин етәкселектең урында булмауы асыҡланды. Ишектәр бөтөнләй ябыҡ. Күрше ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, улар бер ай инде килеп тә урағандары юҡ.
Белгестәр тир түгеп эшләгән хеҙмәт хаҡын ҡайтарып була, тигән фекерҙә. Бының өсөн суд ултырышында йылылыҡ үткәреүсе трассаны ремонтлауҙарын иҫбатлау кәрәк.
Әле ойошма етәкселеге халыҡтан ҡасҡан ваҡытта, улар судҡа документ әҙерләй. Дөрөҫлөк раҫланған хәлдә, етәксенең яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку