Тәүге тапҡыр мәктәпкә барыусы етем балаларға ярҙам ит

Тәүге тапҡыр мәктәпкә барыусы етем балаларға ярҙам ит 24.07.2014

Ошо исем менән Өфөлә хәйриә акцияһы старт алды. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.  

Опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ сараны 4-се тапҡыр уҙғара. Төп маҡсат: интернаттарҙа һәм яңы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәрҙе мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итеү. Быйыл барлығы етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған 115 бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра. Акция барышында йыйылған бүләктәр беренсе синыф уҡыусыларына 1 сентябрҙә тапшырыласаҡ. Ольга Крючкова, "Ғаилә" үҙәге директоры: «Хәйриә ярҙамы өсөн мәктәп сумкалары, канцелярия тауарҙары, кейем-һалым, ҡыҫҡаһы, мәктәп өсөн кәрәкле бөтә әйберҙәр ҙә ҡабул ителә. Акция тураһында мәғлүмәтте опекаөфө.ру сайтында, йә иһә Комсомольская 79 адресы буйынса "Ғаилә" үҙәгендә белергә мөмкин. Быйылғы акцияла Дарина Ғилуанова ла ҡатнаша. Ҡыҙыҡайҙы уны тәрбиәгә алған ата-әсәһе үҫтерә. Дарина насар күреүсе балалар мәктәбендә уҡый, йөҙөү менән шөғөлләнә һәм ярыштарҙа ла ҡатнаша. Бынан бер йыл элек Даринаға ла Белем көнөнә арналған байрамда бүләктәр тапшырылған. Дарина Ғилуанова: «Байрамда миңә бик күп уйынсыҡтар бүләк иткәйнеләр. Беҙ уйнаныҡ, күңел астыҡ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку