Тәүге ҡар һәм юлдарҙағы боҙлауыҡ автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ҙур һынау булды

Тәүге ҡар һәм юлдарҙағы боҙлауыҡ автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ҙур һынау булды 21.10.2014

Руль артындағылар «тимер ат»тарының йәйге тәгәрмәстәрен  ҡышҡыһына алыштырырға  ашыға. Ә бына коммуналь хужалыҡ һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү учреждениелары  хеҙмәткәрҙәренең был осорҙа эше арта ғына. Бөгөн Өфөнөң Калинин районы тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса муниципаль учреждениеһы техника паркының миҙгелгә әҙерлеге тикшерелде.

Техника тәүге ҡыҙҙырыуҙан ҡабынырға, уның сигналы төҙөк булырға тейеш. Машиналар торошон тикшереүсе комиссия ағзалары һәр етешһеҙлекте билдәләп бара. Фидан Мәрҙәнов йөрөгән трактор ҡыш ҡар, йәйгеһен сүп-сар йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Техника  йыл әйләнәһенә әүҙем эшләүенә ҡарамаҫтан, ентекле тикшереүҙән һуң төҙөк тип табылды.
Әле технопаркта 46 берәмек машина иҫәпләнә. Улар араһында ҡар таҙартыусы, боҙлауыҡ ваҡытында ҡом һибеүсе, сүп ташыусылар бар. Улар ике сменала эшләй.
Быйыл баш ҡалала ғына  тирә-яҡты төҙөкләндереү техникаһына бәйле өс юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Быға бәйле ҡарҙан таҙартыусы техниканың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеген төрлө ведомтво вәкилдәре ентекле тикшерә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, Ростехнадзор хеҙмәткәрҙәре машинаның ниндәйҙер детале төҙөк булмаған осраҡта уға эшкә сығырға рөхсәт бирмәй.
Комиссия ағзалары техника торошонан ҡәнәғәт булыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта ҡар  ныҡлап ятҡансы ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тигән ҡарар сығарылды.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку