Тәгәрмәстәрҙәге тарих

Тәгәрмәстәрҙәге тарих 05.05.2016

Өфөлә ретро-автомобилдәр ҡатнашлығында күргәҙмә ойошторолдо.  

Ете тиҫтә йылдан элек сыҡҡан  Форд Виллис Икенсе Донъя һуғышы йылдарында Варшаваға тиклем барып етә яҙған. Бынан бер нисә йыл элек ул үҙенең яңы хужаһына бүләк ителгән.  Автомобилдең торошо  әле лә яҡшы хәлдә.  Ошондай ретро транспорт хужалары йыл һайын оло байрамдар алдынан бергә осрашырға һүҙ ҡуйышҡан. Быйыл улар Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығы уңайынан йыйылышты. Боронғо машиналар эргәһенә халыҡ күпләп ағылды. Айырыуса үҫмер малайҙарға ретро автомобилдәрҙе яҡындан күреү ҡыҙыҡ ине. Автоһәүәҫкәрҙәр «тимер аттарын» ҡыҙғанып торманы, теләүәселәр машиналарға ултырып та ҡараны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика