Тәбиғәттең үпкәһенә тиңләп ҡаралған урман-һыуҙарыбыҙ төрлө ғәрәсәттәрҙән дә, кеше аяуһыҙлығынан да зыян күрә

Тәбиғәттең үпкәһенә тиңләп ҡаралған урман-һыуҙарыбыҙ төрлө ғәрәсәттәрҙән дә, кеше аяуһыҙлығынан да зыян күрә 23.04.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ойоштороусылар экология мәсьәләләрен дә күҙ уңынан ысҡындырмай. Әйтәйек, Благовещен районында «Хәтер стенаһы» мемориалын асырға ҡарар иттеләр. Ул яңы ултыртылған йөҙҙәрсә төп ҡарағай ағастарынан торасаҡ.

Кеше ашамайынса бер аҙна, һыуһыҙ бер нисә көн, ә кислородһыҙ бер нисә минут йә секунд ҡына йәшәй ала. Ҡеүәтле предприятиелары булған Благовещен районы экология мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Мәктәп балалары был көндө район үҙәгендәге тау битләүендә 500 төп ҡарағай үҫентеләре ултыртты.
Был үҫенте тураһында һөйләгәндә «төҙ ҡарағайҙар», «йөҙйәшәр ҡарағайҙар» тигән сағыштырыуҙар ҡулланыла.  Акцияны ойоштороусыларҙың әйтеүенә ҡарағанда, ҡарағайҙар яуҙа ятып ҡалған яугирҙар образын һынландырырға ярҙам итә. Благовещен районы ветерандар советы рәйесе Валентина Зырянова ла ошо фекерҙе ҡабатлап хәсрәтле һандар килтерә.Фронтҡа киткән 11 меңдән ашыу Благовещен кешеһенең 7 меңе ҡайта алмаған.
Тәбиғәт кеше тормошонда һәр саҡ мөһим урын биләй. Урмандарыбыҙ ошо тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Үтә лә һаҡ мөғәләмә талап итә ул. Уны һаҡлау өсөн урмансыларыбыҙ йыл әйләнәһенә йәш үҫентеләр хәстәрләй.
Үҫенте ултыртыусылар күп, әлбиттә. Әммә улар араһында «минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе» тип эшләүселәр ҙә осрай. Был һүҙҙәр мәктәп балаларына ҡағылмай. Әйтәйек, Благовещен ҡалаһының ике мәктәбе уҡысылары яңы ултыртҡан ошо ағастарҙы тамырландырып ебәреү өсөн дежурлыҡ графигын да төҙөп ҡуйған. Уҡытыусылар ҙа, урман шаулап үҫер, тип ышандыра.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку