Тәбиғәт ғәрәсәте үткән райондарҙа тиҙҙән 36 яңы йорт күтәреләсәк

Тәбиғәт ғәрәсәте үткән райондарҙа тиҙҙән 36 яңы йорт күтәреләсәк 10.09.2014

Шулай уҡ дауылдан зыян күргән 425 өйҙө төҙөкләндереү эштәре бара.

Әле өйөрмә үткән ауылдарҙа дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә. Халыҡҡа ирекмәндәр, мәрхәмәтле кешеләр, Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы студенттары ярҙам итә. Улар сүп-сар йыйыша, ихата алдарын таҙарта, емерелгән-һарай мунсаларҙы тергеҙешә.
Илфат Нурғәлиев, БДУ-ның Нефтекама филиалы хеҙмәткәре: «Барлығы 50 студент килде, улар барыһы ла бер тауышҡа ярҙам итергә ризалаштылар. Беҙҙең тәҡдимде көтмәй үҙҙәре ауылдарға таралышты. Эш ҡайнай, ҡулдан килгәнсә ярҙамлашырбыҙ».
Йортһоҙ тороп ҡалған кешеләр бөгөн туғандарында көн күрә, уларҙың күбеһе компенсация алыуға ирешкән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку