Тәбиғәт һағында

Тәбиғәт һағында 24.06.2015

Шишмә районының Әлкә ауылы биләмәһендә экологик рейд үтте. Урындағы хакимиәт етәкселеге Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре менән берлектә рөхсәтһеҙ сүп-сар өйөмдәрен асыҡланы.

Моратовтар ғаиләһе йорттары эргәһенә тауҙай өйөлгән сүп-сарҙан нисәмә йыл инде ҡотола алмай. Төрлө инстанция тупһаларын тапағандан һуң, Башҡортостан юлдаш телеканалына мөрәжәғәт итә. Яуап оҙаҡ көттөрмәй. Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре менән берлектә Әлкә ауыл советы биләмәһенә рейдҡа сыҡты. Сүплек, емлек ояһы, сәйер еҫ эҫе йәйҙә хәүеф уятыусы төп сығанаҡ. Ошондай уҡ күренеш  эргәләге баҡсасылар ширҡәтендә лә күҙәтелә. Тирә-йүн ҡый ҡалдыҡтары менән тулған.
Әлкә ауыл Советы биләмәһенә 14 ауыл, шул иҫәптән 62 коллектив баҡса ҡарай. Уларҙың барыһы ла тиерлек,  урман эсе булһынмы, йылға буйымы  сүп өйөмөн хәтерләтә. Урындағы халыҡ быны көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны юҡлығына бәйләй.
Рөстәм Мифтахов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө районы территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Санкцияһыҙ сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килеүенә тәү сиратта  сүплекте  йыйыу, эшкәртеү ойошҡанлы алып барылмауы сәбәпсе. Кешенең тәбиғәткә битарафлығы ла ҙур роль уйнай. Намыҫһыҙ, башҡаларҙы ғына түгел, үҙҙәрен хөрмәт итмәгән  кешеләр ҡый-ҡалдыҡтарҙы йәне теләгән ергә ырғыта».
Әлбиттә, таҙа урын таҙартылғандан түгел, ә ҡыйланмаған урында. Тәртиплек тә бит һәр кемдең үҙенән башлана. Мәҫәлән, тәмәке көйрәтергә яратыусылар буш ҡапты ҡайҙа етте шунда ташлап китергә «ярата». Һөҙөмтәлә юл сите мәҫәлән, сүп-сар өйөмә әйләнә.
Ә был иһә Өфө районында хасил булған күренеш. Шаһиттар әйтеүенсә, төҙөлөш материалдарын Камазлап килтереп түгәләр. Үкенескә, кемдең яуап тотасығы билдәһеҙ.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку