Төбәктәргә бүленгән квотаға ярашлы, республика 5 меңгә яҡын ҡасаҡ ҡабул итәсәк

Төбәктәргә бүленгән квотаға ярашлы, республика 5 меңгә яҡын ҡасаҡ ҡабул итәсәк 09.08.2014

Программа буйынса, уларға медик һәм социаль ярҙам күрһәтеү, эшкә урынлаштырыу кеүек мәсьәләләрҙе лә хәл итеү ҡаралған.

Тынмаған атыш һәм шартлау тауыштарынан ҡасып Марина һәм Роман Луганск ҡалаһынан Күмертауға бер ай элек килгән. Маринаның бала табыу ваҡыты етеп килә, бындағы дауаханала бер ниндәй полисһыҙ ҙа ҡабул итергә вәғәҙә бирҙеләр, тип шатлана ул. Йәш ғаилә үҙҙәрен нисек ҡаршы алыуҙарына бөткөһөҙ рәхмәт белдерә. Марина Удовенко, Луганск ҡалаһында йәшәүсе: «Ҡала бәләкәй һәм матур күренде, урамдары таҙа, кешеләре яҡшы, ә иң мөһиме - тирә-яҡта снарядтар ярылмай». Йәштәр Украинала ҡалған туғандары өсөн борсола, әлбиттә, улар менән бәйләнеш юҡ. Сөнки Луганск хәҙер электр уты, газ һәм һыу менән дә тәьмин ителмәй, ҡалала мародерлыҡ сәскә ата. Хафаға ҡарамаҫтан тормош дауам итә, буласаҡ ата Роман эшкә инергә йөрөй.
Роман Удовенко, Луганск ҡалаһында йәшәүсе: «Мине токарь итеп эшкә алырға вәғәҙә иттеләр, кәрәкле документтар тупланым, хәҙер барып килешеү төҙөргә генә кәрәк».
Ҡасаҡтарға төп ярҙам ҡаланың халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә күрһәтелә. Бында уларға аҙыҡ-түлек, йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ биреү эше әүҙем бара. Ҡала халҡы кеше ҡайғыһына битараф ҡалмай. Квотаға ярашлы, Күмертау 140 ҡасаҡты ҡабул итәсәк. Улар яҡын арала махсус рейс менән килер тип көтөлә. Бынан тыш, әлеге ваҡытта ҡалала бында үҙаллы килгән тағы 49 Украина гражданины йәшәй, улар туғандарында һәм таныштарында урынлашҡан. Ә махсус рейс менән килеүселәр иһә ваҡытлысы урынлашыу үҙәктәрендә көн итәсәк, ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн бында бөтәһе лә әҙер. Украина граждандары өсөн Күмертауҙа биш ваҡытлыса урынлашыу үҙәге ойошторолған. Бында ҡасаҡтар документтар юллап, эш урыны тапҡансы бер айға тиклем тора ала. Бөгөнгә иһә Рәсәйгә һыйыныу ниәте менән 20 кеше ҡаланың миграция хеҙмәте бүлексәһенә мөрәжәғәт иткән.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку