Сың-сың итә миҙалдары

Сың-сың итә миҙалдары 16.04.2015

Саҡмағош районының Тәйнәш ауылында йәшәүсе Сабира Рәхмәтйән ҡыҙы Рәхимова, республиканың,  ауыр яу юлдарын үтеп, Берлинғаса еткән иң өлкән ветерандарының береһе. Унынсы тиҫтәһен ҡыуғанда ла ул әүҙем тормош алып бара, ил һәм донъя хәбәрҙәре менән ҡыҙыҡһына, йәштәргә һуғыш хәтирәләрен еткерә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабира Рәхимова 96 йәштә. 1941 йылдың 21-се июнен 22 йәшлек ҡыҙ Түбәнге Тагил ҡалаһының иң ҙур хәрби заводында ҡаршы ала. Бында ул 1938 йылдан алып станок артында эшләй, һуғыш дәһшәте хаҡында лә башҡаларҙан алдараҡ белә.  
1942 йылда тыуған ауылына ҡайтҡан ҡыҙ йәнә яҙмыш һынауы алдына баҫа - уға йә торф сығарырға йә санитарҙар курсына китергә тәҡдим итәләр. Ҡыйыу ҡыҙ, һис уйлап тормай, фронтты һайлай.
1943 йылдан алып Сабира Курск дуғаһынан Украинаға, һуңынан Польшаға һәм Берлинға тиклем оҙон яу юлы үтә. 1743-сө зенит артиллерия полкы сафында ул һәр ваҡыт һуғыштың  алғы һыҙығында була, яуҙаш ҡыҙҙары менән разведкаға ла йөрөй. Бер саҡ, эргәһендә бомба шартлап, ҡаты яралана.  
Йәшлек барыһын да еңә. Берлинда ҡаршылаған Еңеү яҙы  Сабираға йәшәргә көс һәм дәрт өҫтәй. Һуғыштан һуң ул тыуған яғына ҡайтып төпләнә, тормош иптәше Әлтәф Рәхимов менән өс бала үҫтерә, тырышып хужалыҡта  эшләй. Хәҙер инде яҡындарынан да бер улы ғына. Сабира Рәхмәтйән ҡыҙы уның менән бер ихатала ғүмер итә. Сәләмәт тормош алып барыусы  яугир ханым рухи һәм физик ныҡлығын юғалтмай.
Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй тарихы быуаттар дауамында гүзәл заттарҙың ҡаһарманлығын иҫбатлап килә. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Сабира Рәхимова 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм күкрәгендә сың-сың иткән бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.  
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика