Суд приставтары сафы тулыланды

Суд приставтары сафы тулыланды 12.06.2015

Бөгөн «Дуҫлыҡ монументы»нда бер төркөм хеҙмәткәрҙәр законға тоғролоҡ хаҡында ант бирҙе.

Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан  идаралығы хеҙмәткәрҙәренең тантаналы шарттарҙа  ант биреүе изге йолаға әйләнгән. Закон үтәлешен тәьмин итеүсе хеҙмәт йылына өс тапҡыр йәштәрҙе үҙ рәттәренә ҡабул итә. Тантаналы йыйылыш Рәсәй көнө, һөнәри  һәм Еңеү  байрамында уҙғарыла. 12 июнь - Рәсәй, баш ҡала көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләгән мәлдә  ойошторолған  сара айырыуса тулҡынландырғыс үтә. Идаралыҡ етәкселәре әйтеүенсә,  был тантана хеҙмәткәрҙәрҙә һайлаған  һөнәренә  яуаплылыҡ  тойғоһон арттыра, ғорурлыҡ хисе уята. «Дуҫлыҡ монументы» янында ойошторолған тантанала республиканың төрлө тәбәктәренән йыйылған 40-тан ашыу суд приставы  үҙ һөнәренә яуаплылыҡ , закон алдында тоғролоҡ, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәү өсөн ант итте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика