Стәрлетамаҡ урамдарында бөгөн мышы күргәндәр 21.09.2016

Иҫке ТЭЦ тирәһендә урман ҡунағын ваҡиға шаһиттары телефонға төшөргән. Әле социаль селтәрҙә мышының ҡала урамына ҡайҙан  килеп сығыуы хаҡында ҡыҙыу бәхәс бара. Видеояҙманан  йәнлектең ныҡ өрккәне күренә.

Белгестәр  ул аҙашҡан тигән фекерҙә. Стәрлетамаҡ урамдарын ҡырағай йәнлектәр тәүге тапҡыр ғына тапамай. Былтыр Ашҡаҙар буйындағы ҡалала айыу ҙа ҡунаҡ булды. Элеватор урамында  йөрөгән тайыштабанды гаражда тоторға тура килде. Көнбайыш урамында иһә ҡабан сусҡаһының еңел автомобиль тәгәрмәсе аҫтына килеп инеүе  мәғлүм.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика