Стәрлетамаҡтар телемарафонға айырыуса дәррәү әҙерләнгән

Стәрлетамаҡтар телемарафонға айырыуса дәррәү әҙерләнгән  13.08.2014

Шуныһын да өҫтәп китеү мөһим, телемарафон  барышында  200 мең һум самаһы аҡса  тупланды. Әлегә был һандар аныҡ түгел, иҫәпләү бара. Ярҙам фондының банк иҫәбе әле лә эшләй. Хәйриә акцияһында ҡасаҡтарға ярҙам итеп өлгөрмәнегеҙ икән, һис кенә лә һуң түгел, был изге ғәмәлде иртәгә лә башҡарып ҡуйырға форсат бар. Мәрхәмәтлек акцияһы республика халҡының бәләгә битараф булмауын асыҡ күрһәтте. Акцияға район ҡалалар ҡушылды. Йыраҡ араларҙан шылтыратып мәжбүри күскенселәргә теләктәшлек белдереүселәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.  Стәрлетамаҡтар телемарафонға айырыуса дәррәү әҙерләнгәйне.  Ҡалала Украина ҡасаҡтары өсөн әйбер келәте асылды, кескәйҙәр өсөн  махсус ял программаһы ойошторолдо. Бөгөн балалар  һөт байрамында ла ҡатнашты.

Шат  бөйрәкәй һанаулы ғына  минуттар эсендә Украинанан килгән кескәйҙәрҙең кәйефен күтәреп байрам ойоштороп ебәрҙе. Балалар һөттөң файҙаһы тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе, төрлө уйындарҙа ҡатнашты.  Кескәйҙәргә  күстәнәскә  һөт ризыҡтары ла таратылды.
Стәрлетамаҡ  балалар  ижады йорто ла Украина балалары өсөн  экскурсия әҙерләгән. Кескәйҙәр ҡул эштәре күргәҙмәһен, ҡышҡы баҡсаны, Аркадий Гайдарҙың музейын ҡараны.  Бында төрлө түңәрәктәр эшләй. Уҡыу йылы башланғас  украина уҡыусыларын  ижад  йортонда  көтөп  ҡалабыҙ, ҡыҙҙар өсөн бейеү, йыр  түңәрәктәре,  малайҙарға техник секциялар тәҡдим итергә мөмкин, ти Стәрлетамаҡтар.
Стәрлетамаҡ  ҡалаһы 300-гә яҡын Украина ҡасағын һыйындырған, уларҙың  яртыһы тиерлек  ойошҡан рәүештә махсус борт менән, ҡалғандары үҙаллы килгән.  Ирекһеҙҙән тыуған илен, бар мөлкәтен ташлап китеүселәр араһында  балалар ҙа байтаҡ, хатта, яңы тыуған бер-ике айлыҡ сабыйҙар ҙа бар. Стәрлетамаҡтар уларға бар яҡлап та ярҙам күрһәтергә тырыша.
Тәү ҡарашҡа әйбер тулы ошо бүлмәне сауҙа нөктәһе тип уйларға мөмкин. Ысынбарлыҡта иһә  бында  Украина ҡасаҡтары өсөн ярҙам үҙәге урынлашҡан.  Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, уйынсыҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡты  ябай кешеләр ҙә, предприятие вәкилдәре лә,  эшҡыуарҙар ҙа алып килгән.
Ҡаланың комплекслы социаль үҙәгенә халыҡ әле булһа ла килеүен дауам итә, барлығы 100-ҙән ашыу кеше төрлө әйберҙәр килтергән.
Социаль хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ халҡы Украина кешеләренең ҡайғыһын үҙенеке кеүек ҡабул иткән. Өс  ғаиләне ябай кешеләр фатирҙарына йәшәргә алып ҡайтҡан. Аня менән Дмитрий Голякалар иһә бигерәк тә бәхетле булып сыҡҡан. Уларға «Әсә һәм бала» хәйриә фонды  5 йылға бушлай 100 квадрат метрлыҡ торлаҡ биргән.  Ғаилә башлығы цемент заводына, ҡатыны  фондҡа эшкә урынлашҡан. Аня менән Дмитрий Стәрлетамаҡта бөтөнләй ҡалырға ниәтләй.
Халыҡта дуҫлыҡ ауырлыҡта һынала тигән әйтем бар.  Башҡортостан  Украина халҡына тәүгеләрҙән булып ярҙамға килде,  изге эштәр бөгөнгә тиклем дә  дауам итә. Был күренеш республика халҡының берҙәмлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика