Стәрлетамаҡта ун ике йөҙйәшәр  ғүмер итә 09.02.2015

Уларҙың икеһе оло юбилейын  билдәләне. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғитзада Баһрамов менән тыл ветераны Миңниса Шаһиморатованы ҡотларға яҡындары ғына түгел, ҡала советынан да ҡунаҡтар килде. Ғүмерен илде дошмандан азат итеүгә, һуңынан уны аяҡҡа баҫтырыуға  арнаған ветерандар балалары тәрбиәһендә йәшәй.  

Сәғитзада Баһрамов фронт юлын  112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составында үтә. Смоленск, Киев, һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнашып Берлинға тиклем барып етә. Ул биш тапҡыр яралана. Уң ҡул суғын юғалта. Ә үпкәһендә һаман да  дошман минаһының ярсығын йөрөтә. Яраланыуы, нисек ҡул суғын юғалтыуы хаҡында  ул бер ҡасан да һөйләмәй. Ауыр, ти.  Ә миллионлаған ғүмерҙе өҙгән һуғышты йыш иҫкә ала.    
Финә Ғәлиева, Сағитзада Баһрамовтың ҡыҙы: «Кавалерия дивизияһы составында бергә яу юлы үткән дуҫы уның күҙ алдында һәләк була. Дуҫының кеҫәһенән документтарын һәм ун һум аҡсаһын алып атайыбыҙ фронттан ҡайтҡас уның  ҡатынына алып барып бирә».
Сәғитзада Баһрамов иҫән ҡалған кавалеристар араһында иң өлкәне. Уның күҙҙәре  насар күрә, яҡшылап ишетмәй. Ветеранды балалары тәрбиәләй. Фронттан ҡайтҡас өйләнеп өс балаға ғүмер биргән. Туғыҙ ейән-ейәнсәре һәм ун ике бүлә-бүләсәре бар.
Флорида Хәсәнова, 35-се мәктәптең Шайморатов генерал исемендәге музейының элекке етәксеһе: «Сәғитзада Баһрамовҡа  данлыҡлы башҡорт атлылар кавалерия дивизияһының фронт  юлы хаҡындағы китап  бүләк иттек. Баҫма беҙгә шуныһы менән ҡәҙерле,  быға тиклем билдәле булмаған мәғлүмәттәр бар».
Стәрлетамаҡта тағы бер йөҙйәшәр ғүмер байрамын  билдәләне. Юбилярҙы ҡотларға  яҡындары ғына түгел, ҡала советы депуттары ла килде. Миңниса Шаһиморатова ғүмере буйы колхозда эшләгән. Илгә ябырылған ҡара яуға ураҡ менән дә, көрәк менән дә ҡаршы торҙоҡ, ти ул. Көндәрен ҡырҙа үткәргән ҡатын-ҡыҙҙар төндәрен фронтҡа ебәрергә посылка әҙерләй, ойоҡбаштар бәйләй. Ә һуғыштан һуң  илде аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Хеҙмәт ветераны алты  балаһы, алты ейәне һәм туғыҙ бүлә-бүләсәре тәрбиәһендә ғүмер итә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика