Стәрлетамаҡта фажиғә урынын ташлап киткән водитель ҡулға алынды

Стәрлетамаҡта фажиғә урынын ташлап киткән водитель ҡулға алынды 09.10.2014

Ҡыҙыл төҫтәге «Хендай акцент» автомобиле һөнәрселек лицейының беренсе курс студентын бәрҙергәйне.

Алынған йәрәхәттәрҙән ҡыҙ шунда уҡ һәләк булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре авария урынында ҡалған бампер һәм фар быялаһы ярсыҡтары буйынса күп кенә автомобилдәрҙе тикшереп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә кеше төкәткән транспорт сараһының шәхси сервистарҙың береһендә тороуы асыҡланған. Шуға ла 29 йәшлек водителде табыу оператив хеҙмәткәрҙәргә артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Һорау алыу барышында ул йәйәүлене төнөн балыҡтан ҡайтып барғанда тапауын һәм ҡурҡышынан фажиғә урынын ташлап китеүен әйтә. Суд ҡарары сыҡҡансы ир һаҡ аҫтына алынған. 


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика