Стәрлетамаҡта фажиғәнән һуң ғына йәйәүлеләр юлы барлыҡҡа килгән

Стәрлетамаҡта фажиғәнән һуң ғына йәйәүлеләр юлы барлыҡҡа килгән 16.09.2014

Ул да булһа оло юлда ике балаһын юғалтҡан атайҙың тырышлығы менән. Урындағы халыҡ юлдың был өлөшөн хәүефле тип иҫәпләй, тап ошо арауыҡта йыш ҡына бәхетһеҙ осраҡтар теркәлә. Фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн ир урамға  үҙе йәйәүлеләр билдәһен төшөргән.

Шапиловтар ғаиләһе 10 бала тәрбиәләгән. 7-һен бала йәнле ғаилә тәрбиәгә алған. Әммә ике йыл элек ғаилә оло юғалтыу кисерә. Ксения исемле ҡыҙҙарының ғүмере юлда өҙөлә. Һеңлеһен троллейбусҡа оҙатҡандан һуң ҡыҙ транспорттың алдынан үтеп юлды аша сығырға ниәтләй. Әммә ҡаршыға елгән автомобиль водителе баланы шәйләмәй ҡала. Ә оло улдары Акимдың ғүмере Сорғот ҡалаһына йүнәлгәндә бер ай элек өҙөлгән.

Валентина Шапилова: «Без фажиғә урынында йәйәүлеләр юлы билдәһе барлыҡҡа килер тип ышандыҡ. Әммә ошоғаса булмағас, үҙебеҙ зебра һыҙырға булдыҡ. Ваҡыт үтһә лә, бала ҡайғыһы баҫылмай».

Яҡын-тирәлә йәшәүселәр әйтеүенсә, юлдың был өлөшөндә юл-транспорт фажиғәләре йыш теркәлә. Уларҙа балалар ғына түгел, ололар ҙа зыян күрә.

Ике йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, Ксенияның туғандары, яҡындары фажиғә урынына йыйыла. Яҡында үҫкән ағас төбөнән тере сәскәләр өҙөлмәй. Халыҡ билдәләүенсә, был участкала тиҫтәләрсә кеше һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ көнөндә үк балаһын юғалтҡан атай юлға зебра төшөргән.Үҙ ҡулдары менән төшөргән билдә - фажиғәләрҙе иҫкәртеү ысулы, тип иҫәпләй ғаилә башлығы. Руль артындағылар зебраны күреп, тиҙлеген кәметер тигән өмөттә ул.

Лилия Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку