Стәрлетамаҡта башына боҙ ишелеп төшкән өс йәшлек ҡыҙҙың эше буйынса тәүге суд ултырышы үтте

Стәрлетамаҡта башына боҙ ишелеп төшкән өс йәшлек ҡыҙҙың эше буйынса тәүге суд ултырышы үтте 08.09.2016

Шулай ҙа суд зыян күреүсе яҡты тыңлау менән генә сикләнде. Яуап тотоусыларҙың судҡа килмәүе сәбәпле ултырыш кисектерелде. Енәйәт эше идарасы компания етәксеһенә ҡарата асылғайны. Тәфтишселәр фекеренсә, тап уларҙың ғәмһеҙлеге арҡаһында өс йәшлек ҡыҙ зыян күрҙе.

Юлиә Хлескина, Аринаның әсәһе: «Әлбиттә закон сиктәрендә иң ҡаты язаны биреүҙәрен теләр инем. Сөнки минең баламдың нимә кисергәнен береһе лә белмәй. Минең үҙемден идарасы компания етәксеһенә ҡарата бер ниндәй ҙә асыуым юҡ. Ул үҙе лә ғәйебен таный, ғәфү үтенә. Шулай ҙа башҡа бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн яза ярайһы уҡ ҡаты булырға тейештер, тип уйлайым».
Фажиғәле хәл быйыл мартта  теркәлде. Аринаның өҫтөнә ҡыйыҡтан боҙ ишелеп башы ярылды, янбашы һәм ҡабырғалары имгәнде. Кескәй ҡыҙға   оҙайлы операция кисерергә тура килә,  уның хәле бик ауыр булып сыға. . Аринаны «Күлдәктә тыуған» тип әйтергә була. Апрель айында ул аңына килә һәм һөйләшә башлай. Артабан  Республика балалар клиник дауаханаһында реабилитация үтә. Яңынан йәшәргә өйрәнә.  
Тимур Кузнецов, Аринаның олатаһы:«Бәләкәй генә сабый күпме ауырлыҡтар кисерҙе. Бер нисә операция яһалды. Әле бына терелеп килә. Һөйләшә, көлә, уйнай. Шулай ҙа дауалау осоро бөтмәгән. Оҙаҡламай баш һөйәге ярылған урынға  пластиналар ҡуйыу буйынса операция буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика