Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка ауылы халҡына юлһыҙ ҡалыу янай

Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка ауылы халҡына юлһыҙ ҡалыу янай 14.12.2015

Ауыл хакимиәте кеше файҙаланған урамдың бер өлөшөн шәхси эшҡыуарға төҙөлөш өсөн биргән. Һөҙөмтәлә бер нисә йорт оло юлдан ситтә тороп ҡала, уларға янғын һүндереүселәр ҙә, тиҙ ярҙам автомобилдәре лә барып етә алмауы бар. Өҫтәүенә эшҡыуар участкаһында үҫкән йөҙләгән йүкә ағасын юҡ иткән. Хәҙер былай ҙа юл буйында йәшәүсе халыҡ экологик шарттарҙың насарайыуын көтә.

Ғәҙәттә юлдың эргәлә булыуына ҡыуаналар. Тик был осраҡта түгел. Яңы Отрадовка ауылының Придорожный урамында йәшәүселәр быға юл ҡуймау өсөн бөтә көсөн һала. Трасса эргәһендә урынлашҡан ауыл бизнес вәкилдәренә май һөртөлгәндәй. Бына сираттағы йүнсел юлдың бер өлөшөн кәртәләп алып, йәшеллеккә ҡул күтәрә.

Бынан тыш хәҙер урам халҡы үҙ көсө менән тәртипкә килтергән юлдан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Яңы хужа участканы әлегә таҫма менән генә сикләгән, ләкин ерҙең кемдеке икәнен иҫкәртеүсе яҙыуҙар шаяртыу түгел. Эшҡыуар ҡулында документтар, рөхсәт ҡағыҙҙары бар.

Юл буйындағылар бирешергә уйламай. Бәхәсле ҡарарҙы улар тейешле органдарға мөрәжәғәт итеп кире ҡағырға иҫәп тота.

Әйткәндәй прокурор тикшереү участка бүленгән саҡта хаталар ебәрелгәнен асыҡлаған да инде. Мәҫәлән уның ҡуртым хаҡы кәметелеп күрһәтелгән, ә ерҙе биреү тураһында мәғлүмәт гәзиттә баҫылып сыҡмаған. Ә бына Отрадовка ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Мәсәғүтов осраҡ буйынса йәмәғәт тыңлауҙары булыуын аңлата, протоколы ла бар. Бынан тыш хакимиәт эшҡыуар менән килешеү төҙөгән дә икән.

Ысынлап та, ауылда күптән түгел фельдшер пункты ябылған, һәм уға мохтажлыҡ әлбиттә бар. Ләкин ни өсөн урам өлөшөн биреп ағаслыҡты юҡҡа сығарырға кәрәк булыуын кешеләр аңламай. Ауыл биләмәһе башлығы иһә халыҡҡа хоҡуҡтарын судта яҡларға кәңәш итә. Сөнки эшҡыуар был эште башлаған да инде. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку