Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө ауылында 4 йәшлек Сабир Ҡаранаев йәйгеһен электр утынан һуғылып, 4-се дәрәжәләге тән бешеүе алғайны

Стәрлетамаҡ  районының Төрөшлө ауылында 4 йәшлек Сабир Ҡаранаев йәйгеһен электр утынан һуғылып, 4-се дәрәжәләге тән бешеүе алғайны 05.03.2015

Баланың ғүмерен табиптар ҡотҡарып алып ҡалһа ла, хирургтар уның һул беләген киҫергә мәжбүр булды. Әле ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ауыр әрнеүҙәр кисергән сабый хәҙер үҙен яҡшы тоя.

Яралар  шул тиклем ҙур, хатта, эшкәртеп бәйләү ҙә дөйөм наркоз тәьҫирендә башҡарыла. Ҡеүәтле электр утын тотош тән аша үткәргән малайҙың иҫән ҡалыуы мөғжизәгә тиң. Белгестәр әйтеүенсә, бала трасформаторға үтә яҡын барған. Электр ҡоролмаһына ул бикле торған кәртә аша һикереп ингән. Шаһиттар әйтеүенсә, был ваҡытта сабыйҙың әсәһе лә эргәлә була. Ләкин фажиғәне бер нисек тә иҫкәртә алмаған.
Оҙайлы дауаланыуҙан һуң Сабир аяҡҡа баҫа. Ләкин нимә эшләһә лә һул беләкһеҙ ауырға тура килә. Йыш ҡына шуға зарланып илай ти, сабыйҙың әсәһе.
Ҡаранаевтар ауылда йәшәгәндә Сабир унда балалар баҡсаһына йөрөгән. Ҡурҡыныс ваҡиғанан һуң ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсенә. Ләкин  әсәһе улын ҡалалағы балалар баҡсаһына бирергә ҡыймай.  
Шулай ҙа күҙ алдына килтермәҫлек ауыртыуҙар, операция артынан операциялар Сабир өсөн артта ҡалған.
Ҡурҡыныс ваҡиғанан 9 ай ваҡыт үтһә лә, Сабирҙың ата-әсәһе уның өсөн бер кем дә яуап бирмәүенә йөрәге әрней. Сөнки улар баларының зыян күреү сәбәбен электр трансформаторының кәртәләнмәүендә күрә.
Динар Хисамов: «Трансформаторҙы кәртәләүҙә махсус ҡағиҙәләр үтәлмәгән. Мин быны интернет аша ҡарап белдем. Электр ҡоролмаға алып барыусы баҫҡыс иретеп йәбештерелгәйне, улай булырға тейеш түгел. Уйлап ҡарағанда, унда бала ғына түгел, хатта мин дә менгәндә килеп төшөүем бар».
Трансформатор асыҡ торғанмы, юҡмы иәкнлеге Сабир өсөн хәҙер мөһим түгел. Әле ул көн һайын тиерлек дауаланыу процедураларына йөрөй. Баланың ата-әсәһе дөрөҫлөктө эҙләүен дауам итә. Сөнки Сабирға Германиянан махсус протездар һатып алырға кәрәк. Ҡоролманың хаҡы ике миллион һумдан ашыу. Ә ғаиләнең быға аҡсаһы юҡ. Әгәр ҙә һеҙ Сабирға ярҙам итергә теләһәгеҙ экрандағы телефон һандарына шылтыратып тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.  
Аймара Рәхимова
МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТЕЛЕФОН 8-905-35-30-549

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку