Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәскәү урамында йәшәүселәр үҙҙәрен ҡар баҫыуҙан ҡурҡа

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәскәү урамында йәшәүселәр үҙҙәрен ҡар баҫыуҙан ҡурҡа 15.01.2015

Бындағы шәхси йорттар эргәһендә ҡар ауҙарыу пункты урынлашҡан. Урындағы халыҡ яҙ етеп көндәр иретһә һыу ихатаға, ғына түгел өйгә лә инер тип ҡурҡа. Бынан тыш, көнө-төнө эшләүсе ауыр техника бер кемгә лә тынғы бирмәй.

Ольганы йорто эргәһендә туҡтауһыҙ гөжләгән йөк автомобилдәре, тракторҙар  борсоуға һала. Тауыштан да бигерәк, балаларҙы урамға сығарыуы ҡурҡыныс, ти ҡатын. Бынан тыш, көндәр иретһә был тирәлә ысын ташҡын башланыуы ихтимал. Сөнки ҡар түгелгән урында дренаж системалары эшләмәй. Ләкин ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре, урамдан йыйылған ҡарҙы алыҫҡа ташып түгеү иҡтисади яҡтан отошһоҙ тип аңлата. Өҫтәүенә, был урын законлы рәүештә билдәләнгән.
Ә бына баш ҡалала ҡарҙы утилләштереү мәсьәләһе көйләнгән. Өфөнөң Калинин, Орджоникидзе һәм Октябрь райондары коммуналь хеҙмәттәре ҡарҙы махсус иретеү пунктына килтерә. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр юҡ. Ҡар күп булыу сәбәпле, уны иретеү пункты ла туҡтауһыҙ эшләй. Ул тәүлегенә 3 меңгә тиклем кубометр ҡар ҡабул итә.
Алексей Чудинов, Өфөнөң ҡар иретеү пункты етәксеһе: «Ҡар иретеү пункты декабрҙән алып апрелгә тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бөгөнгәсә беҙ 40 мең кубометр ҡар ҡабул иттек. Артабан да көсөргәнешле режимда эшләйәсәкбеҙ».
Был аңлашыла, сөнки ҡала урамдарында коммуналь хеҙмәттәр ҙә көсөргәнешле эшләй. Ихаталар махсус техника ярҙамында таҙартыла. Әммә мәшәҡәттәр ҙә етерлек... Коммуналь хеҙмәттәр юл буйында тороусы автомобилдәргә зарлана.  
Баш ҡала урамдарында йыйылған бөтә ҡар ҙа иретеү пунктына ташылмай. Өфөнөң Киров,  Дим райондарына был эш тик сығымдар ғына өҫтәй. Шуға ла ҡарҙың күп өлөшө ҡала ситенә сығарыла. Тимәк, Стәрлетамаҡтағы кеүек, мәсьәләгә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр был райондарҙа ла буласаҡ.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку