Стәрлетамаҡ ҡалаһының Гагарин исемендәге паркында үҙенсәлекле скульптура барлыҡҡа киләсәк 16.06.2015

Тимерҙән ҡоршалған сит планета ҡунағын Александр Замсесин яһаған. Әйткәндәй, был уның тәүге эше түгел. Күптән түгел генә паркта билдәле «Чужой» фильмы геройы барлыҡҡа килгәйне. Ул бала-сағаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә яратҡан скульптураһына әйләнеп өлгөрҙө.

Александр һәм уның өйрәнсектәре йыһан ҡунағының һуңғы деталдәрен беркетә. Ҡоршау әҙер хәҙер инде тимер килмешәктең костюмы кейҙерелә. Ышанмаҫлыҡ, әммә киноға ғына төшөрөрлөк робот тулыһынса  сүплектән йыйылған. Иҫкергән автомобиль деталдәре, ташландыҡ тимер-томор, мотоцикл тәгәрмәстәре. Уның ауырлығы ярты тонна тирәһе.
Александр Замесин: «Буласаҡ һындың һүрәтен күңелемдә генә төшөрәм. Ҡайһы ваҡытта төшөмә лә инә. Көн һайын яңы ниәттәр менән киләм һәм яйлап ҡына тормошҡа ашырам. Күп кенә идеялар эш мәлендә тыуа».
Тимер һынды Александр ике аҙнаға яҡын эшләгән. Тәүҙәрәк ҡыҙыҡ өсөн генә шөғөлләнһә, һуңынан ысылап та, мауығып китә. Һөҙөмтәлә һәр малайҙың бала саҡ хыялы әҙер.
Александр Замесин: «Ҡарарға килгән малайҙар мин дә шулай эшләр инем тип хыяллана. Минең ошо хыялдарҙы тормошҡа ашыра алырлыҡ йәшем килеп еткәндер, күрәһең. Материал тулып ята. Уны күрә белеп кәрәкле урынға беркетә белергә генә кәрәк».
Трансформер юл буйындағы гаражда эшләнә. Робот атлай ҙа, һөйләшә лә белмәй. Ул тылыһынса автомобиль деталдәренән тора һәм мин уны үҙем эшләнем, ти оҫта . Александр үткән һәр бер кешенең һорауҙарына яуап биреп күнегеп бөткән. Тиҙҙән Йыһан ҡунағын бар ҡала халҡы күрә аласаҡ. Уны Александр Гагарин исемендәге паркта урынлаштырырға уйлай. Хыялы  аллеяны ошондай кино геройҙары менән тултырыу.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика