Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙың береһендә йәшәүселәр тейешле шарттарҙың насар булыуына зарлана

Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан дөйөм ятаҡтарҙың береһендә  йәшәүселәр  тейешле шарттарҙың насар булыуына зарлана 21.09.2015

Улар фекеренсә,  бина  иҫке,  ремонт эштәре ҙур сығымдар талап итә.

Йыуыныу бүлмәһендә күптән түгел ремонт үткән, тик төҙөкләндереү исем өсөн генә, ти  унда  йәшәүселәр. Ятаҡханала  йәш ғаиләләр йәшәй. Уңайлыҡтар юҡ, ә  коммуналь түләүҙәр артҡандан- арта тип борсола улар.
Урындағы етәкселек белдереүенсә, бында йәшәүселәрҙең күбеһенең  коммуналь түләүҙәр буйынса бурысы йыйылған. Асыҡланыуынса, ятаҡхананың бер миллиондан ашыу бирәсәге бар. Ут, һыу һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн берәүҙәр  ваҡытында  иҫәпләшеп барыу менән, икенселәр бер тин дә индермәй икән, дөйөм ятаҡты төҙөкләндереү ҙә һуҙыла. Шулай ҙа бинаны рәткә килтереү башланған.
Рида Фукина, участка етәксеһе: «Ремонт бара. Өлөшләтә канализация торбаларын алыштырҙыҡ. Раковиналарҙа сместителдәрҙе алыштырабыҙ. Ҡыйыҡты яңынан яптыҡ. Киләһе йыл капиталь ремонт көтәбеҙ. Һыуыҡ һәм эҫе һыу стояктарын һәм канализацияны ремонтлау ҡаралған».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика