Стәрлетамаҡ ҡалаһында дөйөм ятаҡта йәшәүселәр торлаҡҡа яһалған ремонт эштәренән ҡәнәғәт түгел

Стәрлетамаҡ ҡалаһында дөйөм ятаҡта йәшәүселәр  торлаҡҡа яһалған  ремонт эштәренән ҡәнәғәт түгел 06.12.2014

Бина төҙөкләндерелгәндән һуң дөйөм ҡулланыу урындарында бишенсе ҡаттан беренсеһенә тиклем стена буйлап һыу аға башлаған. Бүлмәләрҙә йәшәүселәрҙең ике ай буйы идарасы компанияның тупһаһын  тапауы һөҙөмтә бирмәгән.

Ремонттан һуң дөйөм ятаҡта  йәшәү шарттары үҙгәрмәгән, киреһенсә, насарайған ғына. Төҙөкләндереү эштәренән һуң торлаҡ стеналары буйлап һыу ағасағын ятаҡта йәшәүселәр көтмәгән, әлбиттә. Улар хәҙер көн һайын үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн борсола.
Асыҡ электр сымдары, стеналарҙа үҫкән бәшмәк һәм ауыр еҫ. Бындай  шарттарҙа йәшәү айырыуса кескәйҙәр өсөн хәүефле.    Өлкәндәрҙе бигерәк тә сымдарҙа ҡыҫҡа ялғаныш осраҡтарының  йышайыуы борсой .
Надежда Фафонова, дөйөм ятаҡта йәшәүсе: «Электр сымдарына һыу тамғанда, унан осҡондар сыға. Янғын сығыуын көт тә тор.  Бында беҙҙең кеүек өлкәндәргә йөрөүе лә ҡурҡыныс,  этаждағы йәш балалар тураһында әйтеп тә тораһы түгел».
Дөйөм ятаҡта төҙөкләндереү эштәре яңы  үткәрелгән. Әммә тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай тигәндәй, тышҡы матурлыҡ ҡына төп проблемаларҙы хәл итмәгән.  Иҫкергән электр сымдарын  алыштырыу талап ителә.  Стеналар буйлап та, крандарҙан да тәүлек әйләнәһенә һыу аға.
Һыуҙың бушҡа ағып-тамып тороуы ятаҡ халҡының кеҫәһенә һуға.  Эдуард Фәйзуллиндың торлаҡ-коммуналь түләүҙәре өс бүлмәле фатир хаҡына барып баҫҡан. Шул уҡ ваҡытта бүлмә хужаһына йыш ҡына үҙ көсө менән ремонт  эшләргә тура килә.
Эдуард Фәйзуллин, дөйөм ятаҡта йәшәүсе: «49 квадрат метр өсөн 4 мең ярым түләргә. Минеңсә был хаҡ дөйөм ятаҡ шарттары өсөн үтә лә юғары. Шул уҡ ваҡытта күреп тораһығыҙ, түшәмдән тамып торған һыу өсөн миңә берәү ҙә ремонт яһамаясаҡ».
Түҙемлеге ҡалмаған халыҡ идарасы компанияға мөрәжәғәт иткән, әммә һөҙөмтәләр юҡ. Шулай ҙа беҙҙең ижади төркөм килеүен белгән идарасы компания вәкиле, урындағыларҙың һорауҙары яуапһыҙ ҡалмаясаҡ тип вәғәҙәләне.
Людмила Евдокимова, «Жилкомсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең техник күҙәтеү етәксеһе: «Ноябрҙә улар беҙҙән баш тартты, күреүемсә, уларҙың дәғүәләре урынлы. Әгәр ҙә улар беҙгә хат менән мөрәжәғәт итә икән, барлыҡ етешһеҙлектәрҙе лә бөтөрәсәкбеҙ».
Урындағы халыҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең вәғәҙәләренә өйрәнеп бөткән. Бөгөндән улар түҙемһеҙлек менән һыу торбаһы йүнәтелеүен көтә. Кире осраҡта халыҡ прокуратураға ялыу яҙырға ниәтләй.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку