Стәрлетамаҡ ҡалаһына - яңы иман йорто

Стәрлетамаҡ ҡалаһына - яңы иман йорто 10.07.2015

Ҡаранай Моратов урамында «Мөхәмәтсәлим» мәсете сафҡа инәсәк. Әле төҙөлөш эштәренең иң ҡыҙған мәле. Буласаҡ иман йортона тәүге нигеҙ ташы өс йыл элек һалына. Был башланғыс - эшҡыуар Салауат Яппаровтыҡы. Мәсетте ул олатаһының яҡты иҫтәлегенә арнай. 250 кешегә иҫәпләнгән иман йортонда бер манара һәм ике зал буласаҡ. Проект буйынса мәҙрәсә, пансионат асыу ҙа күҙаллана.

Салауат Яппаров, «Мөхәммәтсәлим» дини идаралығы рәйесе: «Ике ҡатын тамамланыҡ,  Аллаға шөкөр. Минаретты ашланыҡ, алты метр күтәрҙек. Башланыҡ көмбәҙҙе. Хәҙер ләлә сәскәһенә күсәбеҙ».
Был эштең яртыһы ғына. Биналарҙа йылылыҡ, һыу үткәреү ниәтләнә, эске биҙәлеш тә ваҡыт һәм матди сығымдар талап итә. Шулай уҡ мәсет биләмәһен йәшелләндереү,  айырым ял зонаһы булдырыу ҡаралған. Әле тирәк, шыршы үҫентәләре ултыртылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку