Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында урынлашҡан Татар Ураҙаһы менән Глуховский ауылдары эргәһендә Ағиҙел йылғаһы ярҙарынан сығыуы ихтимал 15.04.2016

Был турала Гидрометеорология үҙәге  белгестәре иҫкәртә. Иглин районы Охлебинин ауылына ла ташҡын хәүефе янай.

Йылға ярҙарынан сығыуы сәбәпле, Дим биҫтәһе Козорез ауылы юлы ябылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был тирәлә Ағиҙел кимәле 5 метр ярымға күтәрелгән. Юл өлөшләтә һыу аҫтында ҡалған. Урындағы халыҡ ташҡынға әҙерләнеп өлгөргән. Магазиндарға кәрәкле аҙыҡ-түлек килтереү алдан хәстәрләгән. Балалар өйҙәрендә белем ала, дистанцион уҡытыу ойошторолған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса ташҡынды иң юғары кимәле апрелдең икенсе һәм өсөнсө ун көнлөгөндә көтөлә. Павловка, Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары киләһе миҙгелгә һыу туплау режимында эшләй. Был сара ауыл-ҡалаларҙы  һыу баҫыуҙан һаҡлай тигән фекерҙә белгестәр. Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта  662 ваҡытлыса тораҡ әҙерләгән, уларҙа бер юлы 200 мең самаһы кеше урынлаша ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика