Стәрлетамаҡ ҡалаһы 250 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә

Стәрлетамаҡ ҡалаһы 250 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә 04.08.2016

Яңы микрорайондар, мәктәпкәсә учреждениелар һәм бер мең урынлыҡ яңы мәктәп, юлдар һәм парктар - ҡала көнөндә бик күп объекттар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Байрамға тиклем уларҙы төҙөп бөтөү ҡаралған.

Билдәле рус классигы һүҙҙәре менән әйткәндә, бында ҡала-баҡса буласаҡ. Баҫыу  өҫтөндә һанаулы  йылдар  эсендә заманса йорттар төҙөлгән, әлеге ҡап-ҡара ер урынында ла бер айҙан  фонтанлы парк барлыҡҡа килә.Яңы микрорайондар  әүҙем үҫешә, унда йәшәүселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыу, ҡала инфраструктураһын төҙөү эштәре йылдам бара. Стәрлетамаҡ үҙенең 250 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға йыйына.
Михаил Киреев, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Ҡала  генераль план буйынса ике йүнәлештә- Көнбайыш һәм көньяҡ -көнсығышҡа таба үҫешә. Былтыр беҙ 118  мең квадрат метр торлаҡ майҙанын файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Ике яңы балалар баҡсаһы төҙөлдө, Коммунистик урам, Ленин, Октябрь проспекттары  һәм башҡа урамдар төҙөкләндерелә, шулай уҡ яңы юлдар һалына».
Яңы микрорайонда бер мең урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп һалынып бөтөп килә.  Әле бинаның эсендә биҙәкләү эштәре бара, белем көнөндә мәктәп үҙ ишектәрен аса. Уға 11-се һаны бирелә. Уҡыусыларға барлыҡ уңайлы шарттар ҡаралған белем усағының  үҙ бассейны ла була.
Владислав Сидоркин, төҙөүсе компания етәксеһе урынбаҫары: «Беренсе сентябргә  уҡыу кластары һәм ашхананы файҙаланыуға тапшырабыҙ. Әле бассейнда монтажлау эштәре бара».
Стәрлетамаҡ дәүләт театр -концерт берләшмәһе   бинаһы һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы ла танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Әле уларҙың фасадын ремонтлайҙар.  Театр-концерт  берләшмә янында тәүге музыкаль фонтан төҙөлә. Ҡала көнө айҡанлы  төпп байрам саралары   Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үтәсәк.
Ҡаланың иҫке өлөшөндә   йәшәүселәр өсөн  дә шатлыҡлы  ваҡиға көтөлә. Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» булараҡ танылған Стәрлетамаҡ  үҫә, яңыра һәм йылдан-йыл матурлана. Әйткәндәй,  яңы объекттар һалыу, ремонтлау эштәре башҡарыуҙа дәүләт ҡаҙнаһынан тыш  ҡалалағы эре сәнәғәт предприятиелары һәм  ойошмалар финанс ярҙамы күрһәтә. Әлегә ҙур бер төҙөлөш майҙанын хәтерләткән Стәрлетамаҡ  уҙенең  250 йыллыҡ юбилейын  11- се сентябрҙә билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика