Стәрлетамаҡ 250 йыллығын билдәләй 12.09.2016

Башҡортостандың  Өфөнән ҡала икенсе ҙур ҡалаһын тарихи дата менән Республика башлығы ла тәбрикләне. Стәрлетамаҡ сәнәғәт, мәҙәниәт, мәғариф үҙәге, әммә ҡаланың төп байлығы эшһөйәр  халҡы, тине Рөстәм Хәмитов. Ҡаланың ике тапҡыр Рәсәйҙең алтын ҡалаһы исеменә лайыҡ булыуы ла стәрлетамаҡтарҙың берҙәмлек һөҙөмтәһе. Ҡала оло юбилейын да лайыҡлы ҡаршылай.

Урамда 21-се быуат, ә стәрлетамаҡта майҙан буйлап кырандаслы аттар үтә, аҙым һайын сауҙагәрҙәр осрай, ҡалас магазиндары һатып алыусыларҙы көтә. Ҡала үҙенең оло юбилейында тарихи асылына әйләнеп ҡайтып,  250 йыл элекке йәшәйеште  сағылдырҙы. Ә Яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған фонтан,  ҡала тарихына арналған стелла, семәрле фонарҙәр һәм эскәмйәләр байрамға биҙәк кенә  өҫтәй. Йәйәүле зонаны төҙөкләндереүгә  ҡала бюджетынан 35 миллион һум аҡса тотонолған. Юбилей айҡанлы ҡаланың символына һәйкәл дә барлыҡҡа килде.
Тарихи датаға тағы бер бүләк- өс ҡаҙға һәйкәл, ул  бронза менән граниттан ҡойолған. Авторҙар әйтеүенсә, скульптура Стәрлетамаҡтың символына яңыса ҡараш тыуҙыра.
Ҡаҙҙар Боронғо Рим өсөн генә түгел Стәрлетамаҡтарға ла тарихи әһәмиәткә эйә. Был ҡоштар әүәләдән ҡаланың символы иҫәпләнә. Ул 1782-се йылда Стәрлетамаҡ пристане өйәҙ ҡалаһы тип иғлан ителгәс Екатерина икенсе тарафынан бирелә. Һыу ҡоштары Стәрлетамаҡтың өс йылға тамағында урынлашыуын аңлата.
Хәбәрсе. Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрле йылғалары үҙәнендәге бәләкәй генә тоҙ  пристане  бөгөн Республиканың  ҡеүәтле сәнәғәт, мәҙәниәт, мәғариф үҙәге, ҡалала 280 меңгә яҡын халыҡ йәшәй.  Башҡортостанда социаль-иҡтисади күрһәткестәр яҡшыра һәм был ҡаҙаныштарға Стәрлетамаҡ халҡының да  тос өлөшө һалынған, тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов ҡаланың үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Стәрлетамаҡтың төп байлығы   берҙәм, эшһөйәр халҡы, тап уларҙың тырышылығы  менән ҡала Рәсәйҙә иң яҡшылар исемлегендә.  Шуға күрә бында төпләнеүселәр һаны ла арта. Һуңғы йылдарҙа ғына Стәрлетамаҡта өр-яңы бер нисә биҫтә ҡалҡып сыҡҡан, барлығы 200 мең квадрат метр торлаҡ.  Йорттар заманса уңайлыҡтар менән йыһазландырылған, ихаталарҙа  спорт, балалар майҙансыҡтары. Төҙөлөш тармағында тап ошондай ойошмалар эшләргә тейеш, тине Республика башлығы
Көнбайыш биҫтәһендәге яңы   мәктәпкә иһә башҡа ла халҡы ла көнләшерлек.  Белем усағы  1 мең урынға иҫәпләнгән,  обьект  йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыла.Мәғариф усағында  белем биреү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған, бассейндар хатта икәү, тамаша залы 600 урынға иҫәпләнгән.   Мәктәпте төҙөүгә  700 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Ошо уҡ биҫтәлә   яңы  балалар баҡсаһы ла асылған. Музыка, физкультура залдары,  ижади һәләтте үҫтереү түңәрәктәре,  бында кескәйҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Мәктәпкәсә учреждение 230 урынға иҫәпләнгән, был һанды арттырырға ла мөмкин. Мәҫәлән,  туҡландырыу блоктары урынына яңы төркөмдәр асырға, ә аш-һыу әҙерләү өсөн берҙәм үҙәк ойошторорға була, тине Рөстәм Хәмитов.
Ә бына туҡландырыу блоктарын төҙөүгә киткән аҡсаны майҙансыҡтарҙы махсус яһалма ҡатлам менән ҡаплауға тотонорға мөмкин. Юғиһә  балалар бысраҡ ташый, был ҙур етешһеҙлек, тине Республика башлығы.   Ә Стәрлетамаҡта мәктпәксә учреждениеларҙы һалыуҙы дауам итергә кәрәк,  ҡалала йыл һайын 4 меңдән ашыу сабый донъяға килә.  Ҡаланың мәҙәниәт һарайында ла төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк, әле  был обьекттың ҡыйығы тулыһынса  йүнәтелгән.    Киләсәктә ремонт эштәре эстә дауам итәсәк. Ҡалала йәшәү кимәленең яҡшырыуы  статистика мәғлүмәттәрендә лә, кешеләрҙең кәйфендә лә сағыла.  
Стәрлетамаҡ йылдан-йыл матурая күркәмләнә, үҫә, һуңғы 25 йыл эсендә генә ҡала халҡы 30 меңгә артҡан.  Яңы обьекттар ҡалҡып сыға, урамдар, майҙандар заманса төҫ ала. Тарихи ҡала үҙ йыльяҙмаһын яңы биттәр менән байытыуын дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика