СССР-ҙа тыуғандар

СССР-ҙа тыуғандар 19.10.2016

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Ринат Төхвәтуллиндың мауығыуҙарын төбәктә белмәгән кеше юҡтыр. Ул совет машиналарын коллекцияға туплай. Атаһының 50-се йылғы "Москвич"ын реставрациялағандан һуң, мауығыуы тағы ла йәнләнә. Коллекционерҙың хәҙер йөҙҙәрсә ретро машинаһы иҫәпләнә.

Ринат Төхвәтуллиндың 401-се маркалы «Москвич»ына һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарарлыҡ. Ретро автомобиле менән Октябрьский ҡалаһы юлдары буйлап елдергәндә лә халыҡты иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Машина хужаһы ҡасандыр Ринаттың атаһыныҡы булған. 1953 йылғы "Москвич"ты реставрациялауға ике йыл самаһы ваҡыт киткән.
Ул ғына ла түгел, Ринат ғөмүмән, Совет заманы техникаһы менән ҡыҙыҡһына. Әле уҙаман уҙған быуаттың балалар машиналарын реставрациялау менән мәшғүл.
Ә бар шөғөл ябай ҡыҙыҡһыныуҙар башлана. Ринат Төхвәтуллиндың шәхси коллекцияһында тиҫтәнән ашыу ретро машина бар. Башлыса коллекционер уларҙы интернет аша таба. Мәҫәлән, 1963 йылғы Москвич үҙенең үҙенсәлекле, һирәк осрай торған машиналарҙың береһе. Һәм ул әле лә төҙөк хәлдә.
Реставрациялаған тәүге автомобилендә хәҙер ике йәшлек ҡыҙы уйнай. Тиҙҙән уның машинаһы тағы бер нисәүгә артасаҡ. Ринаттың коллекцияһында Совет йылдарының бөтә автомобиль маркаларын да табырға мөмкин. Ул ғына ла түгел, оҫта һәр деталенә тиклем беркетеп ҡуя. Уйынсыҡ машиналарының да теүәл генә иҫәбе юҡ. Тимер атҡа һөйөү Ринатта бала саҡтан килә. Ул ҡасандыр атаһы менән көндәрен машина гаражында уҙғарыр булған.
Ринат Төхвәтуллин, коллекционер: «Совет заманында тыуған һәр бала ла ошондай техника хаҡында хыялланғандыр. Уның менән идара итеү үҙе бер бәхет. Ретро машиналар менән ҡыҙыҡһынырмын тип бер ҙә уйламаным».
Реставрациялауға Ринат Төхвәтуллин яуаплы ҡарай. Машинаға запас частәр һайлағанда ул төп нөсхәһен ҡулланырға тырыша. Биҙәү өсөн дә тик махсус буяуҙар ғына файҙалана. Үткән Бороңғо әйберҙәр хәҙер һирәк осрай торған булыуы менән ҡиммәтле. Хаҡы үтә ҡиммәт булһа ла, Ринат уларҙы аҡсаға әйләндерергә ашыҡмай. Коллекцияны ул үҙе өсөн, күңел ҡушыуы буйынса йыя.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика