Спортта еңеү еңел бирелмәгән кеүек Паралимпия үҙәге төҙөлөшөндә лә барыһы ла шыма ғына түгел

Спортта еңеү еңел бирелмәгән кеүек Паралимпия үҙәге төҙөлөшөндә лә барыһы ла шыма ғына түгел 26.02.2016

2011 йылда Мишкә районында төҙөлә башлаған объектта әле эске биҙәү, электр үткәреү кеүек эштәр бара, тик эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләү мәсьәләһе киҫкенләшкән.  Ярты йыл дауамында тир түгеп тә аҡса алмай йонсоусылар менән беҙҙең хәбәрселәр аралашты.

2014 йылда Сочиҙа үткән ҡышҡы Олимпия һәм Паралимпия уйындарында Башҡортостан спортсылары юғары уңышҡа өлгәште. Яҡташтарыбыҙ  төрлө дәрәжәләге миҙалдар яуланы. Уға тиклем Ванкуверҙа үткән ярыштарҙа ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. 2010  йылдағы оло еңеүҙәр Мишкә районында Паралимпия үҙәген төҙөй башлауға  төп этәргес була ла инде.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә спорт менән шөғөлләнеүгә айырым майҙансыҡ булдырыу өсөн аҡсаһы табылды, тик төҙөлөш кенә бер аҙ ҡатмарлыҡтарға юлыҡты. 2013 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш объектта иҡтисади ҡыйынлыҡтарға бәйле, төҙөлөш бер нисә тапҡыр туҡтатылды, йә кире тергеҙелде. Ә бит Паралимпия үҙәге өсөн миллиондарса һумдар йүнәлтелгәйне, тик бина һаман ишектәрен асмаған.
Ысынлап та, буласаҡ Паралимпия үҙәгендә төҙөлөш тамамланыу алдында, эске биҙәү эштәре генә ҡалған. Күҙҙалауҙар буйынса, 3600 квадрат метрлыҡ комплекста Башҡортостандың төрлө төбәгенән килеп ҡышҡы һәм йәйге спорт төрҙәре менән етди шөғөлләнә аласаҡтар. Әле бассейн әҙер тиһәң дә була, ул өс һыҙаттан тора. Оҙонлоғо - 25 метр. Зал тулыһынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ҡулайлаштырылған, тотоноп йөрөр өсөн таянғыстары ла бар. Бынан тыш, объектта 20 урынлыҡ ҡунаҡхана ла буласаҡ. Әлегә эшселәр унда ҙур көс түгеп эшләй.
«Тик тырышып эшләү генә бушҡа булып ҡуймаһын», - ти улар. Төҙөлөш материалдары бар, эш күләме, оҫта ҡулдар ҙа етерлек. Хеҙмәт хаҡы ғына көҙҙән алып ваҡытында түләнмәй. Мәҫәлән, Радик Абдуллин һуңғы ике айҙа бишәр мең һум аванс ҡына алған, подрядсы ойошма уға яҡынса йөҙ мең һум бурыслы. Иң аяныслыһы эшселәр хеҙмәт килешеүе төҙөлгәнме-юҡмы икәнен үҙҙәре лә белмәй.
Хәбибулла Тишибаев Үзбәкстандан килгән. Эшләргә рөхсәт ҡағыҙҙары ла ҡулымда бар. Тик ике аҙнанан ул кире тыуған яғына ҡайтырға тейеш. Билетҡа аҡсаһы юҡ, ир һуңғы тиндәрен иҫәпләй.
Шуға ҡарамаҫтан, Паралимпия үҙәгендә биҙәү эштәре әүҙем бара. Оҫталар аҡса алам тигән өмөт менән яна. Шул уҡ ваҡытта подрядсы ойошма вәкилдәре  хеҙмәт хаҡына бәйле һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартты. Район хакимиәте етәкселеге иһә был ваҡытлыса килеп сыҡҡан проблема тип йыуата. Улар әйтеүенсә,  мәсьәләне хәл итеү юлдары барлана. Спорт комплексы төҙөлөшө етди контроль аҫтында.
Шулай ҙа эш быйыл намыҫлы тамамланыр тигән ышаныс бар. Киләсәктә буласаҡ донъя чемпиондары әҙерләнәсәк объект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, төҙөлөштөң икенсе этабы башланыр тип көтөлә. Уның буйынса биатлонсылар өсөн тир булдырыу, саңғы трассаһын яҡтыртыу ҡаралған. Тик әлеге лә баяғы  финанс сығымдар талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку