Спорт аша реабилитация 25.06.2016

Бөгөн Бөрйән районында мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса Башҡортостан чемпионаты тамамланды. Ярышта республиканың ике тиҫтәнән ашыу төбәгенән 300-гә яҡын инвалид ҡатнашты. Улар йәйәүле туризм техникаһы, кәмәләрҙә, спорт йүнәлеше һәм коляскаларҙа  оҫталыҡтарын һынаны.

Бөрйән районындағы йәмле Ағиҙел буйы был көндәрҙә шат ауаздарҙан тынманы. Сөнки төбәктә бер юлы республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге саралар үтә. Тәүгеһендә мөмкинлектәре сикләнгәндәр спорт  туризмы буйынса оҫталыҡтарын һынай. Үҙ көсөн һынап ҡарарға Башҡортостан төбәктәренән ике тиҫтәнән ашыу команда килгән.

Ярыштың тәүге көнөндә бәйгеселәр ГТО нормативтарын тапшырһа, иртәгеһенә кәмәләрҙә уҙышты. Шулай уҡ коляскаларҙа төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеү ҙә инвалидтарға еңел бирелмәне.  Әммә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һәр кем еңеү өсөн бар көсөн күрһәтеп ҡалырға тырышты.  

Тормоштоң йәме рух ныҡлығында, дуҫлыҡта һәм  берҙәмлектә, ти ярышта ҡатнашыусылар. Улар үҙ сығыштары менән тормошто яратҡанда  бер нәмәгә лә сик юҡ икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Бер нисә көн дауамында палаткаларҙа йәшәү ҙә ярышта ҡатнашыусылар өсөн файҙаға ғына булды. Яуып үткән ҡойма ямғырҙарҙы ла мөмкинлеге сикләнгән кешеләр тәбиғәт бүләге булараҡ ҡына ҡабул итте.  Дөйөм алғанда, фестиваль юғары кимәлдә ойошторолдо. Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ул ысын мәғәнәһендә спорт байрамына әүерелде.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика