Союздаш Белорусте фашистарҙан азат итеүгә 70 йыл тул

Союздаш Белорусте фашистарҙан азат итеүгә 70 йыл тул 08.07.2014

Был ҡанлы алыш Бөйөк ватан һуғышы тарихына Багратион операцияһы тип инеп ҡалған. Белоруссияны хаин илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә, бихисап Башҡортостан егет һәм ҡыҙҙары ла ҡатнашҡан. Меңәрләгән яҡташтарыбыҙ был ерҙәрҙең азатлығы өсөн башын һалған.Белоруссия өсөн генә түгел, тотош кешелек тарихында, ифрат ҙур әһәмитле ваҡиғаның 70 йыллығына арналған байрам тантаналарында беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты. Минск ҡалаһы, Белоруссия урмандары һәм Сталин оборона һыҙатынан Ришат Миндияров әҙерләгән репортаж.

Был ҡанлы алыш Бөйөк ватан һуғышы тарихына Багратион операцияһы тип инеп ҡалған. Белоруссияны хаин илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә, бихисап Башҡортостан егет һәм ҡыҙҙары ла ҡатнашҡан. Меңәрләгән яҡташтарыбыҙ был ерҙәрҙең азатлығы өсөн башын һалған.Белоруссия өсөн генә түгел, тотош кешелек тарихында, ифрат ҙур әһәмитле ваҡиғаның 70 йыллығына арналған байрам тантаналарында беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты. Минск ҡалаһы, Белоруссия урмандары һәм Сталин оборона һыҙатынан Ришат Миндияров әҙерләгән репортаж.

Белоруссия урмандарының хәтере беҙ уйлағандан да яҡшыраҡ булып сыҡты. Ни өсөн тигәндә, бында хатта беренсе Бөтә Донъя һуғышы заманындағы землянкалар ҙа ер менән тигеҙләнеп бөтмәгән. Урман юлдарында ҡалған гильзаларҙы малай-шалайҙар ҙа йыйып бөтә алмаған. Ә инде фашистарҙан ҡалған техника бөгөн дә үҙ тиҙлеге менән йөрөй ала. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Белоруссия тулыһынса СССР составында булмай әле. Уның көнбайыш өлөшөнә фашистар бик тиҙ килеп етә. Тарихсылар СССР өсөн был һуғыш көтөлмәгәнлек булған тип барһа ла, ил етәкселеге күп нәмәне алдан тойомлап, төрлө нығытмалар төҙөү эшен алып барған.
Советтар Союзы менән Көнсығыш Белоруссияның сиктәрен көнбайыш илдәренән һаҡлау өсөн 1928 йылда «Сталин линияһы» төҙөлә башлай. Был эш 10 йылдан ашыу дауам итеп 1939 йылда тамамлана.
«Сталин линияһы» мемориаль комплексының эш сәғәте бөтөүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Экскурсовод Андрей доттар, амбразулар буйлап йөрөтөп улар тураһында бәйнә-бәйнә һөйләргә тырышты. Нығытмалар һуғыш йылдарындағыса ҡалдырылған. Хатта бындағы орудиелар ҙа шул замандыҡы.
Беларуссия, хәҙергесә әйткәндә, Беларусь республикаһы немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыуып сығарыуҙың 70 йыллығын киң билдәләне. Ҡунаҡтар элекке СССР республикалары ғына түгел, сит илдән дә күп килгәйне. Шуныһы үкенесле, Украина делегацияһы ғына беҙҙең менән күҙ йәштәре аша аралашты.
Беларуссияны азат итеүҙең 70 йыллығы байрамында иң сағыу тантана ул хәрби парад булғандыр. Өйҙәргә тейә яҙып Рәсәйҙең ИЛ-76 самолетының осоп үтеүен тыныс күңел менән ҡабул итеп, «Искәндәр» тип исемләнгән ракета комплексының мотор тауышын битараф ҡына тыңлап булмай.
Байрам тантаналарының тағы ла бер сағыу мәле - Бөйөк Ватан һуғышына арналған яңы музей асылыуы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың килеүе был байрамға мәртәбә өҫтәне.
Беларусь Президенты Александр Лукашенконың әйтеүенсә, ул йылдларҙа кешеләр яҙмышы күберәге Рәсәй, Украина һәм Белоруссия ерендә хәл ителгән. Советтар Союзынан башҡа Еңеү мөмкин дә булмаған. Ике ил президенттарының яңы музейға ҡылыс бүләк итеүе ниндәйҙер символик әйбер биреү генә түгел, ә тағы ла киңерәк мәғәнәгә эйә. Белоруссияның фронтҡа алынған һәр дүртенсе яугире флотта хеҙмәт иткән. Шуның өсөн Беларусь республикаһының Моряктяр Союзы байрамды ойоштороу эшендә туранан ҡатнашып, Башҡортостандағы коллегаларын да саҡырған.
Музейҙың тәғәйенләнешенән сығып бер мөһим фактты әйтеп китеү кәрәктер. Ул да булһа, Бөйөк Ватан һуғышына бәйле тарихты Беларусь йәмәғәтселеге туранан тура ҡабул итмәй хәҙер.Тарихи мәлдәр тик совет позицияһынан ғына сығып ҡабул ителмәй. Экскурсия үткәреүселәр хәҙер һуғыштың Молотов-Риббентроп пактынан башланыуы, Ҡыҙыл Армия менән немец ҡораллы көстәренең Дрезданда 1939 йылда үткәрелгән берлектәге парады, Совет полководецтары ебәргән хаталар, Сталин репрессиялары хаҡында һөйләүгә күп ваҡыт бүлә. Нисек кенә булмаһын, Бөйөк Еңеүҙе Совет халҡының яулауы фактын кире ҡағыусы юҡ һәм булмаясаҡ та ти мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

Р.Миндияров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку