«Советтар Союзын баҫып алыу анһат, тип уйлаған фашистың беҙгә көсө етмәне,»- ти Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбибулла Шәйхетдинов

«Советтар Союзын баҫып алыу анһат, тип уйлаған фашистың беҙгә көсө  етмәне,»- ти Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбибулла Шәйхетдинов 07.05.2015

Нуриман егете фронтҡа  данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында китә...

Оло йәшкә еткән яугир дәһшәтле йылдар хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Хәбибулла Шәйхетдинов Сталинград ҡалаһы өсөн аяуһыҙ алышта ҡаты яралана. Ул яуҙа ҡыйыу егет траншеяны уратып алған дүрт немец танкының өсәүһен тар-мар итә. Күктә фашист самолеттары оса, ерҙә ул яңғыҙы ғына. Был мәл Хәбибулла Шәйхетдиновтың дошман менән күҙмә-күҙ осрашыуы була.      
Яугирҙан ун-ун биш метр алыҫлыҡта шартлаған бомбаларҙан ер тетрәй. Хәбибулла Шәйхетдинов иҫен юғалта. Ни бары ике көндән һуң ғына уны яуҙаш дуҫы табып алып, госпиталгә оҙата. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ өсөнсө дәрәжә «Дан ордены» менән бүләкләнә. Алыҫ һуғышта эләккән бәләкәй генә ярсыҡ  һаман да ҡарт һалдаттың тәнендә йөрөй.
Тыуған иле өсөн аяуһыҙ көрәштә Хәбибулла Шәйхетдинов үҙен аямай алыша. Һуғышта алты тапҡыр яралана, контузия ала. Тыныс тормош  ҙур юғалтыуҙар аша яулана. Нуриман районынан ғына фронтҡа ун меңдән ашыу кеше китә, бөгөн уларҙың егермеһе генә иҫән.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку