Совет һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре 31.07.2015

Хәрби етәксе, отставкалағы генерал, хәрби һәм тарихи фәндәр докторы, профессор. Йөҙҙән ашыу ғилми эштәр, 300-ҙән ашыу мәҡәлә авторы. Был һүҙҙәр Мәхмүт Гәрәев тураһында. Тиҫтәгә яҡын һуғыш үткән отставкалағы генерал бөгөн тыуған ере - Шишмә районының Сәлих ауылына ҡайтты.  

Мәхмүт Әхмәт улы туҡһанды уҙһа ла шаян, алсаҡ. Бала сағы үткән Сәлих ауылындағы элекке күршеләре, ауылдаштары менән  күптән осрашмаған. Уны күргән ауылдаштары барыһы ла генералды ҡосаҡлап күрешә. Һәр кем абруйлы шәхес менән аралашып, һөйләшеп ҡалырға теләй.
Теремек генерал тыуған йортон да күрергә килгән. Мәхмүт Гәрәевтың һеңлеләре был урындарҙы бөгөнгөләй хәтерләй. Ағаларын һуңғы йылдарҙа булған үҙгәрештәр менән таныштыра. Йорттарының  әллә ҡасан һүтелгәнен ишеткәс хәрби етәксенең кәйефе ҡырылып китте.
Мәхмүт Гәрәевтың атаһы ағаһы менән күрше йәшәгән. Әхмәт Гәрәевтың йорто ошонда урынлашҡан булған. Ләкин хәҙер бында яңы хужалар өй төҙөй.(һала) Ә элекке йорт нигеҙе урынында - баҡса. Шуға ҡарамаҫтан тыуған ергә ҡайтыу оло бәхет ти генерал.
Ике йыл элек Сәлих ауылында Мәхмүт Гәрәевҡа арналған музей ҙа асылған. Генерал унда бөгөн тәүге тапҡыр. Музейҙа Рәсәй Президенты Путин  һәм башҡа сәйәсмәндәр менән, Мәскәүҙә уҙған парадтарҙан фотолары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған. Шулай уҡ ауылдаштарына иҫтәлеккә абруйлы шәхес үҙенең кителен бүләк иткән.
Тиҫтәгә яҡын һуғыш үткән генерал менән барыһы ла иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға теләй. Журналистар ҙа һорауҙарын биреп өлгөрөргә ашыға. Хәрби етәксе фекерҙәре менән ихлас бүлешә. Хәҙерге заман сәйәсәтенә үҙ ҡарашын еткерә.
Тыуғар ерҙәренә ҡайтҡас, үҙенең мәрхүм ата-әсәләре ҡәберенә лә барып килде. Был зыяратта Мәхмүт Гәрәевтың ата-әсәһенән тыш, бик күп ағай-энеләре ерләнгән. Уларҙың иҫтәлегенә  доға ҡылынды.
Мәхмүт Әхмәт улы - тере легенда, ул 19 орден һәм 30 миҙал менән бүләкләнгән. Улар иҫәбендә «Ленин ордены», дүрт «Ҡыҙыл Байраҡ» ордены, Александр Невский исемендәге, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм башҡалар... Шәхес Бөйөк Ватан һуғышын өйрәнеүгә лә күп көс һалған, уның тарихын үҙгәртеп һөйләүҙәренә ҡаршы сыға. Ғилми дискуссияларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Оло шәхестең хәрәкәттәре аныҡ, ҡарашы үткер, унда хәрби характер һаҡланып ҡалған.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика