Совет һалдаттарының ҡаһарманлығы  тиҫтәләгән йылдар уҙыуға ҡарамаҫтан, әле лә һоҡландыра, ғәжәпләндерә 30.10.2014

Ҡыҙғанысҡа, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан сал сәсле ветерандар  арабыҙҙа күп ҡалманы. Уларҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында  йәшәүсе Ғөбәйҙулла Сөләймәнов. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ғөбәйҙулла Сөләймәнов өсөн быйылғы көҙ туҡһанынсыһы. Үткән ғүмере хаҡында күп һөйләргә яратмай...
Ғөбәйҙулла олатай 1924-се йылдың 15 октябрендә Темәс ауылында донъяға килә. Яҙмыш уға миһырбанлы булмай. кесе йәштән дошман балаһы тигән мөһөрҙө күтәреп йөрөргә тура килә. Репрессия ҡорбаны булған атаһына эйәреп әсәһе өс бала менән уның янына һөргөндә йәшәй.тик 35-се йылда улар Темәскә әйләнеп ҡайта. Артабан һуғыш, мәхшәр, офицерҙар мәктәбе, яраланыу.
Кенигсбергка тиклем барып еткән Ғөбәйт Сөләймәнов еңеүҙе Горький ҡалаһы госпиталендә ҡаршы ала. Юбиляр Ҡыҙыл Йондоҙ, 1 се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң өйләнә. Бетерә ауылында төпләнәләр. Ҡатыны Айһылыу ‐уҡытыусы, үҙе мәктәптең хужалыҡ эштәре мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләй. 56 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Һигеҙ балаға ғүмер бирәләр. Тик бишәүһен иртәләй ерләргә тура килә. 2001-се йылда ҡатыны Айһылыу ҙа баҡыйлыҡҡа күсә.
Әле ветеран сертификатҡа алынған ҡала фатирында ейәнсәре менән йәшәй. Яҙғыһын йығылып аяғын зарарлай, шунан бирле коляскала. Ошондай еңел булмаған тормош юлы үткән ветерандан бер ауыҙ зар һүҙе ишетмәнек. Киреһенсә ул бик күңелле йор һүҙле, һәр ваҡиғаның ыңғай яғын ғына күрә белгән кеше. Ҡайғыларҙы ла эстән һығылып үткәрә.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ‐ти ул. Еңеүҙең етмешенсе яҙын ҡаршылағанда тағы осрашырға һүҙ биреп  ҡалды ветеран.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика