Социаль обьекттарға ремонт, йүнселдәргә ярҙам 21.02.2015

Бөгөн Республика башлығы эш сәфәре меәнән Белорет районында булды. Рөстәм Хәмитов төбәктә социаль объекттарҙа, предприятиеларҙа эш барышын тикшерҙе.

Эш сәфәрендәге тәүге нөктә Туҡан участка дауаханаһы,  ул 1958-се йылда  файҙаланыуға тапшырылған. Ике ҡатлы  бина ошо тирәләге  берҙән-бер медицина учреждениеһы, бында  10-дан ашыу ауылдан  3 меңгә яҡын халыҡ, шул иҫәптән 500-ләп бала хеҙмәтләндерелә.  Дауахана 19 урынға иҫәпләнгән, әммә учреждениела шарттар бөтөнләй юҡ.  Палаталар һыуыҡ,  бөтә уңайлыҡтар урамда. Объекттың йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, канализация селтәре  ныҡ иҫкергән.  Шулай уҡ дауаханала тәҙрәләрҙе, ҡыйыҡты алмаштырыу ҙа,  яңы медицина ҡоролмалары ла талап ителә. Республика башлығы дауахананы ҡарап сығып, табиптар, пациенттар менән аралашҡандан һуң  ремонт  үткәреләсәк тип белдерҙе.  Эш өсөн аҡса талап ителә.  
Туҡан ауылындағы урта мәктәптә лә ошондай аяныслы  күренеш.  Ярты быуат элек һалынған мәктәптә шулай уҡ  инженер селтәрҙәре сафтан сыҡҡан,  ишек тәҙрәләрҙән ел өрөп тора. Ҡышҡы сатлама  һыуыҡтарҙа балалар дәрестә кейемдә ултырырға мәжбүр.
Әле белем усағында  164 бала уҡый,  мәктәп уҡытыусылар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Шулай уҡ Туҡан буйынса төпкөлдәге ауылдар  заман технологияларына ситтә  ҡалған тип әйтеп булмай,  бүлмәләр компьютерҙар, интерактив ҡоролмалар, видеопроекторҙар менән йыһазландырылған,  тик бына  баларҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр юҡ,  тамаша  бүлмәһен спорт залы итеп үҙгәртергә тура килгән. Шулай  уҡ белем усағының ашханаһы ла юҡ. Рөстәм Хәмитов  Башҡортостандың мәғариф министрлығына төҙөкләндереү өсөн мөкинлектәрҙе барларға ҡушты.
Ә бына Белореттағы  «Дека- с» предприятиеһында   ремонт меән проблема юҡ, өс йыл элек асылған ойошма үҙе   төҙөлөш һәм мебель эшләү өсөн нығытмалар сығара. Предприятие былтыр 659 миллион һумлыҡ продукция етештергән, быйыл да күрһәткестәр яҡшы.  Эшселәрҙең уртаса хеҙмәт хаҡы 25 мең һумға яҡын, бурыстар юҡ.   Республика башлығы предприятие етәкселегенә проблемалар менән ҡыҙыҡһынды. Йүнселдәргә бар яҡлап та ярҙам күрһәтеләсәк, бөгөнгө  шарттар һеҙгә яңы мөмкинлектәр аса, тине Рөстәм Хәмитов.
Хәбәрсе. Ресбулика башлығы Белорет районына эш сәфәре барышында шулай уҡ Егәҙе ауылында,  Морат тау тау-саңғы комплексында ла булды.  Һуңғыһында әле төҙөкләндереү бара.  Комплекс 1962-се йылда төҙөлгән, өс йыл элек уға ремонт яһарға хәл ителгән.  Был эшкә 657 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Әле бында  төрлө ҡатмарлыҡтағы туғыҙ  трасса бар,  уларҙың оҙонлоғо  250-нән 1500 метрға тиклем.  Шулай уҡ балалар өсөн юлдар ҙа бар,  дүрт тауға мендереү ҡоролмаһы бар, улар  сәғәтенә өс меңдән ашыу кеше үткәрергә һәләтле. Рөстәм Хәмитов төҙөкләндереү һөҙөмтәләрен ҡарап сыҡҡандан һуң  уңайлыҡтарҙы йәнә арттырыға ҡушты.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика