Социаль гарантияларҙы теүәл үтәүсе учреждениелар юғары баһаға лайыҡ булды

Социаль гарантияларҙы  теүәл  үтәүсе  учреждениелар  юғары баһаға лайыҡ булды 26.12.2015

Уларҙы   бүләкләү тантанаһы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үтте.

Социаль партнерлыҡ буйынса  үткәрелгән  республика конкурсы еңеүселәре   араһында ҡеүәтле предприятиелар ҙа, бәләкәй ойошмалар ҙа, бюджет учреждениелары ла бар.  Конкурста еңеү  яулау өсөн төп талап  хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәте төп урынға ҡуйылыуы, йәғни коллектив килешеүендә ҡаралған пункттарҙың теүәл үтәлеүе.  Ойошмала эшләүсе кешеләр социаль яҡтан яҡланған булырға тейеш. Был тәңгәлдә хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү, ял итеү өсөн шарттар тыуҙырыу кеүек социаль гарантияларҙы атап үтергә мөмкин.  Еңеүселәргә Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының, сауҙа-сәнәғәт палатаһының, Профсоюздар федерацияһының дипломдары тапшырылды. Шулай уҡ  төрлө  һөнәрҙәр араһында үткән бәйгеләрҙең еңеүселәре билдәләнде.  Бүләкләнеүселәр араһында    Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты   ла бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку