Социаль эшҡыуарлыҡҡа - Хөкүмәт ярҙамы

Социаль эшҡыуарлыҡҡа  - Хөкүмәт ярҙамы 23.09.2014

Киләсәктә халыҡҡа көнкүреш хеҙмәт  күрһәтеү менән   шәхси эшҡыуарҙар ҙа шөғөлләнәсәк.  2015 йылдың 1 ғинуарында был тармаҡҡа  ҡағылышлы Федераль закон ҡабул ителәсәк.

Әле халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү дәүләт һәм муниципаль органдар ҡарамағында булһа, яңы йылдан был өлкәлә эшҡыуар ҙа үҙ эшен аса ала. Республикала 347 мең кеше социаль хеҙмәтләндереү менән ҡуллана, уларҙың 30 меңенә хеҙмәттәр йортта күрһәтелә. Йылдан-йыл оло йәштәгеләрҙең артыуы күҙәтелә. Тимәк, был йүнәлештә эшҡыуарлыҡты үҫтереү ҙә көн талабы булып тора. Социаль өлкәгә килеүсе инвесторҙарға федераль бюджеттан субсидия бүлеү ҙә ҡарала.

Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Быйыл социаль өлкәлә, атап әйткәндә, ҡарттар йорто, психоневрология интернаттар ойоштороуға ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелде. Ул санитар-норматив ҡағиҙәләргә ҡағыла, талаптар йомшарҙы. Милек һәм килем өсөн һалым түләүҙә социаль эшҡыуарҙарға каникул булдырыла. Йәғни улар билдәле ваҡытҡа һалым түләүҙән азат ителә. Эшҡыуарҙар беҙҙе ишетер тип ышанабыҙ. Социаль тармаҡҡа килеп үҙ эшен асырға теләүселәрҙән тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика