Солоҡсолоҡтоң юҡҡа сығыуы ихтимал

Солоҡсолоҡтоң юҡҡа сығыуы ихтимал 06.11.2015

Бөрйән районы халҡы бөрйән тоҡомло ҡырағай бал ҡорттарының йылдан- йыл кәмеүенә борсолоу белдерә. Шуға ла Иҫке Собханғол ауылында махсус лаборатория булдырылған.

Микроскоп ярҙамында ҡанаттарҙы  ҙурайтып ҡарағанда уларҙағы тамырҙар яҡшы күренә. Һәр тоҡомда тамырҙар төрлө формала. Бынан тыш, был тоҡомға ҡараған нескәбилдәрҙең томшоғо 5-6 миллиметрҙан да артмай. Был ҡырағай бөрйән бал ҡортоноң ҡалған тоҡомдарҙан айырмаһы булып тора.  
Лаборатория быйыл йәй генә эш башлаған. Киләһе йыл райондағы бар умартасылар ҙа бында нескәбилдәрҙе тикшертергә тейеш буласаҡ. Сөнки ситтән килгән тоҡомдар, ҡырағай бөрйән ҡорттары менән ҡушылып уларҙың кәмеүенә килтерә. Бал ҡорттары ҡышты сыға алмай, юҡҡа сыға. Проблеманы хәл итеү өсөн был берҙән-бер ысул тигән фекерҙә Бөрйән районының ветеринария станцияһы етәксеһе.
Лабораторияла шулай уҡ балдың сифаты ла тикшереләсәк. Бының өсөн  бар йыһаздар ҙа бар. Ләкин күп ҡоролмалар иҫке. Шуға ла киләһе йыл уларҙы яңыртыу ҡаралған. Ҡырағай бөрйән бал ҡорто урта рус тоҡомоноң бер төрө һанала. Ул күберәк  Бөрйән районында ғына осрай, ти белгестәр. Рамдан алынған балға ҡарағанда ҡырағай бал ҡортоноң балында балауыҙ менән һеркә күп. Бынан тыш, уны өлгөргән булғанына юғары баһалана.  Билдәле булыуынса, солоҡ балы йылына бер тапҡыр ғына алына. Лаборатория ярҙамында солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалырбыҙ, тигән өмөттә бөрйәндәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика