Соҡорҙар ямала 16.03.2016

Ҡар иреү менән юлдар асыла башлай. Күптән түгел беҙ Өфөнөң Жуков урамындағы хәл тураһында һөйләгәйнек. Тәрән соҡорҙар аша үткәндә автомобиль хужалары тәгәрмәс ҡапҡастарын юғалта,  нервыларын ҡаҡшата ине. Был проблемалы ерҙә төҙөкләндереү эштәре башланды.  

Сипайлово биҫтәһенең Жуков урамы буйлап тәгәрмәс тишмәйенсә, дискыны йәмшәйтмәйенсә уҙыу оло бер батырлыҡҡа тиң. Водителдәр аҙым һайын тәрән соҡор һәм уйымдарға юлыға. Бындай һикәлтәләрҙе имен-аман үтер өсөн уларға айырыуса оҫталыҡ һәм йылғырлыҡ талап ителә.

- Бөгөн иртәнсәк кенә тәгәрмәс алыштырып торғандарын күргәйнем. Халыҡ эшкә барышлай балаларын баҡсаға илтә. Тәгәрмәстәр уйламаған ерҙә тишелә. Көн һайын шулай.
-Юлдар бомба шартлаған кеүек.

Ниһайәт, махсус хеҙмәттәр асфальт юлдарҙа ремонт эштәре башланы. Хәҙер автоһәүәҫкәрҙәр иркен тын аласаҡ. Белгестәр быйылғы тотороҡһоҙ һауа шарттарында юлдарҙың ике тапҡырға күберәк ярсылыуын билдәләй. Шуға ла элекке һалҡын асфальт йәйеү ысулы ҡулланылмай, юлсылар оҙаҡ хеҙмәт итеүсе материалдар менән эш итә.
Гөлшат Шәйхетдинова, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: «Юлдарҙы төҙөкләндергәндә ваҡ ҡомло асфальт ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта юлға шыйыҡ бетон-асфальт ҡатнашмаһы ла түшәлә. Октябрь районында 16 һәм 45 тонна шыйыҡ бетон-асфальт ҡатнашмаһы һалынған да инде».
Әлеге ваҡытта Өфөнөң Октябрь районы биләмәһе юлдарында биш бригада эшләй. Ремонт тәүлек әйләнәһенә тиерлек бара. Жуков урамындағы йәнлелек водителдәрҙең дә кәйефен күтәрә.
Автоһәүәҫкәрҙәр яңы түшәлгән асфальт сифатлы булып, халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тигән өмөттә. Ремонт Седов һәм Өфө шоссеһы урамдарында ла киң йәйелдерелгән. Яҡын арала Трамвай һәм Новоженов урамдарында ла эш башланыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика