Соҡорҙарға ҡаршы көрәш!

Соҡорҙарға ҡаршы көрәш! 17.03.2016

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе төбәктә асфальт ҡатламы сифатын күҙәтеүҙе башлай.

Халыҡ фронты активистары район-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙән насар юлдар тураһында мәғлүмәт йыя . Хаттарҙы экранда күрһәтелгән электрон адресҡа ебәрергә кәрәк. Халыҡтан соҡорҙарҙы хәбәр итеү һәм уларҙы фотоға төшөрөү талап ителә. Акция иртәгегә тиклем дауам итә. Киләһе аҙнала тупланған мәғлүмәттәргә таянып, халыҡ фронты активистары сафтан сыҡҡан юлдарҙың картаһын төҙөргә иҫәп тота.
Николай Фадеев Бөтә Рәсәй халыҡ фронты Башҡортостан төбәк бүлексәһенең «Көндәлек тормош сифаты» эш төркөмө етәксеһе: «Ҡабул ителгән хаттар нигеҙендә соҡорло юлдарҙың картаһын төҙөп, мәғлүмәтте район һәм ҡала хакимиәттәренә ебәрәсәкбеҙ. Беҙҙең маҡсат асфальт ҡатламын төҙөкләндерә башлағанда юл хеҙмәттәре иғтибарын тәү сиратта ошо урындарға йүнәлтеү». 02region@onf.ru

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку