Өсләтә бәхет!

Өсләтә бәхет! 07.04.2015

Сығыштары менән Учалы районынан, әлеге мәлдә Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһында йәшәүсе Зарина менән Азат Йортомбаевтарҙың ғаиләһендә бер юлы өс игеҙәк бала донъяға килде. Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Игеҙәктәрҙән тыш, ике ул тәрбиәләгән Йортомбаевтар яҙмыш бүләгенән ҡәнәғәт.

Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереүсе ата-әсәнең урыны ожмахта булыр, тип әйтелә хәҙис-шәрифтә. Әлбиттә, ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләү өсөн атайға ла, әсәй кешегә лә өсләтә тәүфиҡлы, тәрбиәле булырға кәрәк. Йәш ғаилә быны яҡшы белә, шуға ла бар көсөн улар сабыйҙарын тәрбиәләүгә һалырға тырыша.
Зарина Йортомбаева, әсә: «Көн дә бер үк нәмә ҡабатлана. Инде тамам өйрәнеп тә киттем. Береһе асығып уянһа, икенсеһе лә тауышҡа күҙен аса, һуңынан бәләкәсе. Ҡайһыһын алып тынысландырырға, өсөһө бер юлы илай башлаһа нимә эшләргә лә белмәйһең. Әлбиттә, тормош иптәшем ярҙамында,  өлгөрәбеҙ. Әсәйем, ҡәйнәм дә ярҙам итә».
Ғаилә өс игеҙәк ҡыҙҙарҙан тыш, ике ул да тәрбиәләй. Өлкәндәре Тимурға - ете, Ринатҡа өс йәш. Үҙҙәре лә бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, малайҙар ата-әсәһенә ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша. Ғаилә башлығы көнө-төнө эштә тиерлек. Шулай ҙа йорт эштәрендә булышырға ла ваҡыт таба .
Бер тамсы һыуҙай бер-береһенә оҡшаған Дарина, Сабрина һәм Каринаны ата-әсәһе айырым бер билдәләргә ҡарап таный. Игеҙәктәр булыуға ҡарамаҫтан, һәр береһенең әле үк үҙенә хас холҡо бар.
Дарина тыныс, Сабрина тынғыһыҙ, Карина көләкәс, бәләкәс кенә булһа ла ҡаштарын һикертеп, йылмайырға әүәҫ, ти ата-әсә. Ғаилә балаларын урамға берәмләп кенә алып сыға. Өсөһөн бер юлы сығарырға әлегә мөмкинлек юҡ. Өс урынлыҡ коляска юҡ, ти улар. Ғаилә башлығы шахта төҙөлөшөндә эшләй. Учалынан йөрөп эшләү ауырға тура килгәс, Йортомбаевтар Межозерный ҡасабаһына күсә. Йортло булырға өлгөрмәгәндәр, әлегә кеше фатирына түләп йәшәргә мәжбүр йәштәр. Хәҙер ғаиләләре ишәйгәс, үҙ мөйөштәрен булдырыу тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк икәнен яҡшы аңлай Йортомбаевтар. Бәлки, Хөкүмәттән ярҙам булыр, тип өмөтләнә улар. Ни тиһәң дә,  өс игеҙәк бәпәйҙәр республикала йыл да тыумай бит.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку