Сит ил ҡунаҡтары

Сит ил ҡунаҡтары 14.07.2014

Төркиә һәм Ҡырғызстандан тиҫтәнән ашыу үҫмер махсус программа буйынса Өфөгә ял итергә килде.

Улар баш ҡалалағы тиҫтерҙәренең ғаиләләрендә йәшәй. Үҙ-ара балалар инглиз телендә аралаша. Сит ил ҡунаҡтарына ҡабул итеүсе ғаиләләр айырым бүлмә биргән. Былтыр Өфөнән үҫмерҙәр Төркиәнең Мерсин ҡалаһында ял иткән. Киләһе йылға Башҡортостан үҫмерҙәре Төркиә һәм Ҡырғыҙстан илдәренә барасаҡ.
Алигин Олгар: «Миңә Башҡортостан ныҡ оҡшаны. Бында тирә-яҡ йәм-йәшел. Төркиәгә ҡайтһам минең бында килергә яңынан теләгем булыр, бәлки ғаиләм менән килермен».
Ойоштороусылар үҫмерҙәргә баш ҡала буйынса экскурсиялар уҙғара. Ике аҙна эсендә ҡунаҡтар Башҡортостандың Илеш районында ла буласаҡ. «Мульти» тип аталған халыҡ-ара программала баш ҡала хакимиәтенең  Йәштәр сәйәсәте комитеты 2008-се йылдан ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку