Сираттағы эш көнө Өфөнөң Калинин районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн ғәҙәттәгесә башланманы

Сираттағы эш көнө Өфөнөң Калинин районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн ғәҙәттәгесә башланманы 28.07.2016

Учреждение бинаһында эвакуация күнекмәһе үтте. Сирена тауышын ишеткәс тә бухгалтерҙар, юристар һәм төрлө белгестәр запас ишектәргә ашыҡты.

Калинин районы хакимиәтенең кабинеттарында эш көнө. Хеҙмәткәрҙәр документтарын тәртипкә килтерә, рәсми хаттар яҙа, журналдар тултыра. Ләкин көтмәгәндә ғәҙәти ығы-зығыны көслө сирена тауышы бүлә. Быға тиклем буш коридор шунда уҡ кеше менән тула.

Хеҙмәткәрҙәр бер-бер артлы запас ишектәргә йүнәлә. Ләкин эвакуациянан алда улар инструкция буйынса, янғын таралмаһын өсөн кабинеттарын әҙерләй.

Шартлы янғын хакимиәттең 5-се ҡатында урынлашҡан архивта сыҡҡан. Ут ҡамауында бер кеше ҡала. Бинаны ялҡын ялмап алған, егет бер нисек тә үҙе сыға алмай. Уға ярҙамға Максимовка янғын һүндереү часы ҡотҡарыусылары килә. Махсус автобаҫҡыс бер нисә минут эсендә юғарыға күтәрелеү мөмкинлеге бирә. Уның оҙонлоғо 60 метр, бындай техника бөгөн көн талабы ти ҡотҡарыусылар.  

Бөтәһе эвакуацияла 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Бындай күнекмәләр даими үтеп торғанға һәр кем нимә эшләргә тейешен белеп тора, бынан тыш хакимиәт хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү сараларының әһәмиәтен дә яҡшы аңлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика