Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрель башында Башҡортостанда һауа температураһының нолдән юғары күтәрелеүе көтөлә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрель башында Башҡортостанда һауа температураһының нолдән юғары күтәрелеүе  көтөлә 10.03.2015

Күҙалланыуынса, көндәр иң тәүҙә Урал алды төбәктәрендә йылыта. Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа йылы көндәр 7-8 апрелдә көтөлә. Апрель айының өсөнсө ун көнлөгөндә көндәрҙең артабан йылыныуы, термометр күрһәткестәренең көньяҡ төбәктәрҙә 16-18, төньяҡ райондарҙа 22-24, апрелдә 5 градус йылынан уҙып китеүе күҙаллана.

Был даталарҙы белеү айырыуса ауыл эшсәндәре өсөн мөһим. Сөнки яҙғы баҫыу эштәрен башлау ваҡыты  һауа торошо нолдән юғары күтәрелеүгә туранан-тура бәйле. Махсус анализдар күрһәтеүенсә, быйыл республика хужалыҡтарында ужым культуралар ҡулайлы метеорологик шарттарҙа ҡышлаған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыш башындағы аҙ яуым-төшөм шарттарындағы ҡаты һыуыҡтар арҡаһында ужым культураларының 6-8 процентының туңыуы ихтимал.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика