Синоптиктар был аҙнала республикала тотороҡһоҙ һауа шарттары вәғәҙә итә 01.12.2014

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, календарь ҡышының тәүге көнөндә башланған яуым-төшөм аҙна уртаһына тиклем дауам итә. Шаршамбы көн һауа температураһының аяҙайтҡанда 26 градусҡаса һалҡынайыуы көтөлә.

Һауа шарттарына бәйле, юлдарҙа транспорт хәрәкәтенең ауырлашыуы, тығындар барлыҡҡа килеүе һәм юл-транспорт фажиғәләре артыуы ихтимал. Үҙгәреүсән һауа торошоноң кеше һаулығына ла насар тәьҫир итеүе мөмкин. Шуға ла синоптиктар был көндәрҙә сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә.
Людмила Вафина, Башҡортостан гидрометеорология үҙәге белгесе: «Кесаҙна һәм йома көндәрендә республика буйлап йәнә йылы атмосфера фронты үтәсәк. Урыны менән һепертмә буран сығыуы, юлдарға боҙлауыҡ ятыуы, көрт һалыуы ихтимал. Ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә 8-13, көндөҙ 5-10 градус һалҡын булыуы көтөлә. Аҙна аҙағында яуым-төшөм кәмейәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика